Сәләмәт булайыҡ
19 Апрель 2021, 06:45

Вакцинация - үтә мөһим мәсьәлә

Шуға күрә артабан был тема менән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе шөғөлләнә башлаясаҡ.

Коронавирусҡа бәйле хәлдәр нисек? Дөйөм алғанда тотороҡло. Ә һауыҡҡандар, яңынан сирләй башлағандарға ҡарағанда арта бара хатта. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхматуллин белдерҙе. Аҙналыҡ һандар шундай: 799 кеше сирләй башлаған, шул уҡ аҙна эсендә 1480 кеше һауыҡҡан. 1182 сирле дауаханаларҙа ятыуын дауам итә.
– Нисек кенә булмаһын, һандар юғары, тынысланырға иртә. Шуға күрә вакцина буйынса әүҙемерәк эшләргә кәрәк, – тине министр урынбаҫары.
Вакцинацияға килгәндә, ул әүҙем рәүештә дауам итә. Прививканың беренсе компонентын 208716 кеше һалдырған, тулыһынса тамамлағандар – 11848. Вакцинаны Башҡортостанда эшләгән 155 пунктта һалдырырға була, улар араһында мобилдәре лә бар.
Радий Хәбиров белдереүенсә, яҡын арала республикаға йәнә ҙур партия вакцина килеүе көтөлә.
– Беҙҙе иҫкәртеп ҡуйҙылар: оҙаҡламай вакцинаны ҙур партиялар менән ала башлаясаҡбыҙ һәм ул эшһеҙ ятырға тейеш түгел. Шуға күрә был мәсьәләгә яуаплылыҡты минең Хакимиәт етәксеһе Александр Сидякин шәхси контроленә аласаҡ. Эште шундай итеп ҡороғоҙ, беҙ көн һайын хәлде белергә, контролдә тоторға тейешбеҙ. Ни тиклем тиҙерәк прививка яһатһаҡ, шул тиклем тынысыраҡ буласаҡбыҙ. Коронавирустың өсөнсө тулҡыны киләме, юҡмы, беҙ тыныс ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, 19 апрелгә ҡарата республикаға 295 мең доза вакцина килгән. Һуңғы тапҡыр 22200 вакцина шәмбе алынған.
Фото: 1kommunist.ru
Читайте нас