Сәләмәт булайыҡ
20 Апрель 2021, 16:45

GIM-cliniс асылды

20 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров заманса GIM-cliniс медицина үҙәген асыуҙа ҡатнашты.

20 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров заманса GIM-cliniс медицина үҙәген асыуҙа ҡатнашты.
Яңы клиника ҡалалағы ХIХ быуатта төҙөлгән һәм федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булған иң боронғо биналарҙың береһендә урынлашҡан. Элегерәк был бинаны “Өфө кабеле” заводы корпустарының береһе биләй ине.
– GIM-cliniс медицина үҙәген төҙөү проектын 2018 йылдың декабрендәге “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә ҡарағайныҡ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн ошо идея һоҡланғыс клиникала кәүҙәләнеш тапты. Инвестор бер миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтте. Һәм бының менән генә сикләнеп ҡалмайбыҙ, сөнки клиника – эштең башы ғына. Бында балалар һәм өлкәндәр өсөн госпитале, диагностика үҙәге булған ысын медицина ҡаласығы барлыҡҡа киләсәк.
Медицина үҙәгендә операциялар блогы, балалар бүлеге бар. Тиҙҙән шулай уҡ бында лаборатор-диагностика үҙәге лә асыла. Киләсәктә балалар госпиталь комплексын төҙөү, лаборатор-диагностика хеҙмәттәрен киңәйтеү күҙаллана.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/141111.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас