Сәләмәт булайыҡ
20 Апрель 2021, 08:30

Һуңғы мәғлүмәттәр менән танышығыҙ

Пневмония диагнозы тәүлек эсендә 129 кешегә ҡуйылған.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын 99 кеше эләктергәне асыҡланды. Сирҙе йоҡтороу осраҡтарының күбеһе Өфөлә (36), Туймазы (11) һәм Белорет (8) райондарында. Шулай итеп, пандемия осоронда был диагноз 34397 ауырыуҙа раҫланды.
Тәүлек эсендә 251 кешенең һауығыуы билдәле. Әлеге ваҡытта 183 пациент стационарҙа дауалана, 33 ауырыу ауыр хәлдә, алты кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Һуңғы тәүлектә бер пациентты табиптар ҡотҡара алмаған. Республикала вирус ҡорбандары һаны 422-гә етте.
Пневмония диагнозы тәүлек эсендә 129 кешегә ҡуйылған, 137 ауырыуҙың һауығыуы билдәле. Тәүлек эсендә 1 206 кешенең киҫкен респиратор вируслы сирҙәрҙе йоҡтороуы асыҡланған.
Республикала вакцинациялау эше дауам итә, бөгөнгө мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, вакцинаның икенсе компонентын 124196 кеше алған.
Фото:News.yandex.com
Читайте нас