Сәләмәт булайыҡ
20 Апрель 2021, 12:00

Указға йәнә үҙгәрештәр индерелде

Был юлы нимәләр тыйыла, нимә рөхсәт ителә?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәреш индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибен Башҡортостанға сит дәүләттәрҙән теләһә ниндәй транспорт төрө менән, шул иҫәптән транзит юл менән илдең башҡа субъекттары аша ҡайтҡан кешеләр ҙә, ПЦР ысулы менән COVID-19-ға лаборатор тикшереү һөҙөмтәһен алғансы үтәргә тейеш.
Был талап пассажирҙар ташыған һауа, диңгеҙ һәм йылға суднолары экипажы, халыҡ-ара тимер юлының поезд һәм локомотив бригадалары, халыҡ-ара автомобиль юлдары бәйләнеше водителдәренә ҡағылмай.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас