Сәләмәт булайыҡ
20 Апрель 2021, 12:15

Ҡырҡ йыл – йөрәк именлеге һағында

Бөгөн Башҡортостн Башлығы Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәге ойошторолоуҙың 40 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты.

Бөгөн Башҡортостн Башлығы Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәге ойошторолоуҙың 40 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән тантанала төбәк етәксеһе үҙәк белгестәрен ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Был иҫтәлекле көндә һеҙгә фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, ҡотҡарылған ғүмерҙәр, меңәрләгән кешеләр ҡәҙимге тормош менән йәшәй һәм эшләй алғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һөнәри оҫталығығыҙ, юғары фәнни кимәлдәге эшегеҙ өсөн рәхмәт.
Беҙ кардиология үҙәге менән ғорурланабыҙ, уның юғары интеллектуаль һәм дауалау ҡеүәтен баһалайбыҙ. Ул Рәсәй буйынса бишенсе урында тора. Был - бик лайыҡлы, юғары күрһәткес. Бер урында тапанмауығыҙ, йыл һайын яңы алымдарҙы үҙләштереүегеҙ өсөн рәхмәт.
Матди-техник базаның үҫешенә иң етди иғтибар биреүебеҙ, яңы корпустар төҙөү буйынса пландарҙы тормошҡа ашырыуыбыҙ мәғлүм. Яңыртылған кардиоүҙәк киләһе йыл сафҡа инер, тип өмөтләнәм.
Беҙ миокард инфакты буйынса үлем осраҡтарын һиҙелерлек кәметтек. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты күрһәткестәрен тормошҡа ашырыу буйынса бәғзе мәсьәләләр бар, әммә, дөйөм алғанда, барыһын да уңышлы хәл итәбеҙ.
Былтырғы йыл өсөн дә рәхмәтемде еткерәм. Ул республика һәм тотош ил өсөн ҡатмарлы осор булды. Төп көсөргәнеш һеҙҙең иңегеҙгә ятты. Пандемияның ауыр шарттарына ҡарамаҫтан, һеҙ сирлеләргә ярҙам күрһәтеүҙе дауам иттегеҙ. Ошондай хәлдә ауыр эҙемтәләргә еткермәгән, сирҙең етди таралыуына килтермәгән өсөн дә кардиоүҙәк коллективы маҡтауға лайыҡ.
Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙ меңәрләгән кешегә сәләмәтлек, сифатлы һәм оҙаҡ йәшәү мөмкинлеге бирәһегеҙ. Ошо уҡ теләктәрҙе һеҙгә лә еткергем килә. Сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Үтә лә кәрәкле хеҙмәтегеҙҙә уңыштар! – тип белдерҙе Радий Фәрит улы үҙенең сығышында.
Республика кардиология үҙәге – Башҡортостанда йөрәк-ҡан тамырҙары йүнәлеше буйынса махсуслашҡан, юғары технологиялы медицина ярҙам күрһәткән берҙән-бер учреждение. Бында йыл һайын 13 меңдән ашыу кеше стационар дауаланыу ала, үҙәк белгестәре йылына 17 меңдән ашыу хирургия операциялары һәм тикшереүҙәр үткәрә.
2013 йылдан бында йөрәкте ортотопик трансплантациялау буйынса операциялар эшләнә, йыл һайын 15-ләгән яңы хирургия алымдары индерелә.
2020 йылда кардиоүҙәктә йөрәк ритмы боҙолоуға бәйле 1 400 операция, яһалма ҡан әйләнеше шарттарында 1 500-ҙән ашыу операция, 2 434 коронар артериялар ангиопластикаһы, 1 000-дән ашыу аортокоронар шунтлау, 6 000 самаһы коронароангиография яһалған.
Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын төҙөү ҙә дауам итә. Әле объекттың әҙерлек кимәле – 60 процент. Уға инженер селтәрҙәре үткәрелгән, биҙәү эштәре башланған. Яңы корпус 2022 йылда сафҡа индереләсәк.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас