Сәләмәт булайыҡ
21 Апрель 2021, 17:30

Өфө стоматологтары – Асҡында

"Дауа аҙағында һәр бала бүләк алып ҡыуанды", - ти район дауаханаһының баш табибы Артур Ғәлиуллин.

Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматология поликлиникаһының күсмә “Толпар” дауалау-диагностика комплексы бына ике көн инде Асҡын районында эшләй.
Балалар стоматологтары һәм табип-ортодонттары алтмыштан ашыу уҡыусыға махсус медицина ярҙамы күрһәтте. Айырыуса төпкөлдәге Табаҫҡытамаҡ ауылындағы ауыр тормош хәленә юлыҡҡан балаларға иғтибар бирелде.
"Өфө ҡалаһынан килгән хеҙмәттәштәребеҙ һәр бала менән уртаҡ тел тапты, шуға күрә бер нисә теште дауалауҙы ла еңел үткәрә алдылар. Дауа аҙағында һәр береһе бүләк алып ҡыуанды",- ти район дауаханаһының баш табибы Артур Ғәлиуллин.
Поликлиника хеҙмәткәрҙәре Табаҫҡытамаҡ уҡыусылары менән Сәләмәтлек сәғәте үткәрҙе, Ҡубыяҙ ауылы балаларына медицина ярҙамы күрһәтте.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас