Сәләмәт булайыҡ
21 Апреля 2021, 09:00

Шәхси клиникалар күбәйгән

Ағымдағы йылдың мартында Башҡортостанда 14 яңы шәхси медицина ойошмаһы медицина эшмәкәрлеге күрһәтеү өсөн лицензия алған.

Ағымдағы йылдың мартында Башҡортостанда 14 яңы шәхси медицина ойошмаһы медицина эшмәкәрлеге күрһәтеү өсөн лицензия алған.
Республикала шәхси медицина ойошмаларына лицензиялар биреүҙә динамика күҙәтелә. Быйыл мартта 40 лицензия бирелгән, былтырғы ошо уҡ күрһәткес менән сағыштырғанда, был 38 процентҡа күберәк. Шул иҫәптән уларҙың 14-те – яңы медицина ойошмаларыныҡы.
Был COVID-19 вирусы буйынса эпидемиологик хәлдең яҡшырыуына бәйле, эшҡыуарлыҡ әүҙемлеге лә арта, - ти республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.
Лицензия алған медицина ойошмалары халыҡты косметология, акушерлыҡ эше, лаборатор диагностика, дауалау физкультураһы, медицина массажы, вакцинациялау, стоматология, дезинфектология тармаҡтарында хеҙмәтләндерә. Әлеге ваҡытта республикала 1705 шәхси медицина ойошмаһы эшләй.

2020 йылдың июленән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы лицензия алыу процедураларын баһалау йәһәтенән электрон анкета тултырыу ғәмәлен ҡуллана. Анкета респонденттарҙың ҡәнәғәтлек кимәленең 90,3 процент тәшкил иткәнен күрһәткән.
Лицензия биреү тиҙлеге, уларҙы әҙерләгән белгестәрҙең һөнәри оҫталығы арттырылған. Медицина эшмәкәрлеге өсөн лицензия биреү срогы 2019 йыл менән сағыштырғанда 15 көнгә ҡыҫҡарған һәм 2020 йылдың һөҙөмтәләре буйынса 22 эш көнө тәшкил итә.
Унан тыш, лицензия биреү йәһәтенән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән аңлатмалар ҙа (уларҙы ведомствоның үҙендә лә алып була, https://health.bashkortostan.ru/activity/1259/ һылтанмаһы буйынса сайтта ла бар ) был процесты еңеләйтә.

2019 йылдан ошо мәсьәлә буйынса махсус “ҡыҙыу бәйләнеш” эшләй.

Фото: promedicina.clinic
Читайте нас