Сәләмәт булайыҡ
22 Апрель 2021, 07:00

Дамир Мостафин прививка яһатҡан

Бүтән урындарҙағы шикелле, республикабыҙҙа ла короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр артҡандан-арта.

Бүтән урындарҙағы шикелле, республикабыҙҙа ла коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр артҡандан-арта. Улар араһында ябай кешеләр ҙә, юғары вазифа биләгәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин “Бәйләнештә” сәхифәһендә ошо турала яҙған.
"Короновирусҡа ҡаршы укол ҡаҙаттым, – тигән Дамир Радик улы. – Күпләп прививка яһатыу – йыл буйы көрәшкән проблеманы хәл итеренә ышанам. Ғөмүмән, был йәһәттән Әлшәй районында эш маҡсатлы бара. Әлбиттә, табиптың кәңәшенән һуң ғына ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Прививка яһатыу оҙайлы иммунитет барлыҡҡа килтерә. Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ теләйем!
Дамир Радик улы билдәләүенсә, һис шикһеҙ прививка эшләтергә кәрәк. Ошо юл менән генә коронавирус пандемияһынан ҡотоласаҡбыҙ.
Фото Дамир Мостафиндың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Читайте нас