Бөгөн Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында халыҡ-ара ҡатнашлығындағы Бөтә Рәсәй “Медицина эшмәкәрлегенең эпидемиологик хәүефһеҙлеге” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция үтте.
Сараның тәүге көнөндә сәләмәтлек торошо, эпидемиология, санитария-гигиена мәсьәләләре тикшерелде, төрлө секциялар эшләне.
Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Сеченов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университетының эпидемиология һәм иҫбат итеү медицинаһы кафедраһы мөдире Николай Брико эпидемиологик хәүефһеҙлектең бөгөн айырыуса мөһимлеген һәм коронавирустан вакцина яһатыуҙың мотлаҡ икәнлеген билдәләне. Бындай кимәлдәге фәнни конференцияларҙың әһәмиәте, күтәрелгән темалар буйынса яңы саралар, технологиялар тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Секцияларҙа ҡаралған темаларға күҙ һалғанда ла, конференцияның күп яҡлы, мауыҡтырғыс, фәһемле мәсьәләләргә арналғаны билдәле. Мәҫәлән, акушерлыҡ стационарҙарында йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү, һауаны, әйбер өҫтәрен ультрафиолет менән зарарһыҙландырыу, реанимация бүлексәләрендә микроорганизмдарҙың госпиталь штамдары резервуарын формалаштырыуҙа туҙандың роле һәм башҡа темалар күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыр ине.
Конференция иртәгә лә эшен дауам итәсәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.