Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының ирекмәндәре коронавирустан вакцинациялау үтергә ниәтләгән оло йәштәге һәм аҙ мобилле граждандарға поликликлиникаға барып етергә ярҙам итә. Автоирекмәндәр уларҙы юлда тулыһынса оҙата бара, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡулына тапшыра, процедураларҙан һуң кире өйҙәренә алып ҡайтып ҡуя.
Бөгөн, мәҫәлән, баш ҡалала ирле-ҡатынлы Спиридоновтар ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Алексей Васильевичҡа - 84 йәш, ҡатыны Тамара Андреевнаға тиҙҙән 82 йәш тула. Улар ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп үткән, прививканы ла икәүләп яһатырға ниәтләгән.
Ирекмәндәр Гөлфиә Рамаҙанова һәм Әнүәр Рәхмәтуллин ололарҙы вакцинациялау пунктына алып барған. “Прививканы үҙебеҙең һәм башҡаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн яһатабыҙ . Препарат индергәндәрен тойманым да – еңел кисерҙем”, - ти Алексей Васильевич. Ә ҡатыны ирекмәндәрҙең уларҙың ғаиләһенә ярты йыл дауамында даими ярҙам итеүен, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек килтереүен өҫтәй.
Поликлиникаға барыу йәһәтенән ирекмәндәргә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булғанын белгәс, Спиридоновтар колл-үҙәккә шылтыратҡан.
50-се ҡала поликлиникаһының медицина иҫкәртеүе бүлеге табип-терапевы Лилиә Зиннурова вакцинацияға килгән пациенттарҙың ентекле тикшерелеү үтеүен билдәләй. Унан һуң, әгәр ҡаршылыҡтар булмаһа, прививка яһала.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” проекты ирекмәндәре йыл дауамында кешеләргә төрлө йүнәлештә ярҙам күрһәтә. Пандемия осоронда улар алғы сафта булды: үҙ аллы ҡурсаланыу режимындағы кешеләргә дарыу һәм аҙыҡ-түлек алып барҙылар, колл-үҙәктә меңәрләгән шылтыратыуҙарҙы ҡабул иттеләр.
"Коронавирус менән көрәш тамамланмаған. Әлеге ваҡытта оло йәштәге һәм аҙ мобилле граждандарға поликликлиникаға барып етергә ярҙам итеү йәһәтенән яңы проектты башланыҡ”, - ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” республика колл-үҙәге координаторы Гөлфиә Рамаҙанова.
Ярҙам талап ителһә, түбәндәге телефон буйынса колл-үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-201-89-03 (эш көндәрендә 9 - 18 сәғәттәрҙә эшләй).
Фотолар рәсми сығанаҡтан.