Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Сәләмәт булайыҡ
22 Апрель 2021, 15:30
Өс меңдән ашыу пациент ҡабул ителгән
Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. 19 апрелдә старт алған сарала өс көн эсендә 3332 пациент ҡабул ителгән.
Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. 19 апрелдә старт алған сарала өс көн эсендә 3332 пациент ҡабул ителгән.
Акция барышында Сovid-19-ҙан 274 кеше вакцинациялау үткән, шул иҫәптән тәүге компонент 177 кешегә яһалған.
Мәғлүм булыуынса, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы ауыл халҡына медицина ярҙамы яҡыныраҡ булһын һәм социаль йәһәттән мөһим ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡлау, инфекциялы булмаған хроник сирҙәр үҫешеү хәүефен иҫкәртеү йәһәтенән ойошторолған.
Бер нисә ай дауамында республика һәм район табиптары урындарҙа консультациялар уҙғарасаҡ, лаборатор-диагностик тикшеренеүҙәр (ҡан анализдары, күҙҙең эске баҫымын үлсәтеү, ЭКГ, флюорография, УЗДГ һәм маммография) үткәрәсәк, төрлө белгестәр профессиональ кәңәштәрен бирәсәк.
Поездар составында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностика комплекстары эшләйәсәк. Стоматология модуле лә бар.
Теләгәндәр “тере сират” буйынса тикшерелеү үтеп, коронавирустан прививка яһата ала. Оло йәштәгеләргә, аҙ мобилле граждандарға, хроник сирлеләргә айырым иғтибар биреләсәк.
“Сәләмәтлек поездары” алты йүнәлеш буйынса хәрәкәт итә. Уларҙың маршрутын һәм эш теҙмәһен
https://health.bashkortostan.ru/activity/27005/
һылтанмаһы буйынса аныҡлап була.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"