Республиканың яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штабы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә ике ауырыуҙың вафат булғаны билдәле. Шулай итеп, республикала вирус ҡорбандары һаны 430-ға етте.
Тәүлек эсендә йәнә 99 кешенең сирҙе йоҡторғаны асыҡланған. Пандемия осоронда коронавирус инфекцияһын эләктергәндәр һаны 34 691 тәшкил итә. 24 сәғәт эсендә 236 пациенттың һауыҡҡаны билдәле. Оператив штабтың хәбәр итеүенсә, республикала вакцинаның ике компонентын да 136 980 кеше ҡаҙатҡан.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 8 840 кешенең сирҙе йоҡторғаны, 398 ауырыуҙың вафат булғаны билдәле. Вирустың таралыу хәүефе әлегә кәмемәй, санитария-гигиена талаптарын һаҡлау, йәмәғәтселек урындарында битлек кейеү ғәмәлдә ҡала.