Хәбәр итеүебеҙсә, “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, табиптар райондарҙа халыҡты ҡабул итә башланы. Салауат районында табиптар бер ирҙең сәләмәтлеген тикшергәндә, унда миокард инфаркты диагнозын раҫлай һәм ваҡытында ярҙам күрһәтеп, үлемдән йолоп алып ҡала.
Ташауылдан күсмә комплекста эшләгән белгестәргә күренергә килгән өлкән йәштәге иргә электр кардиограммаһы яһағанда, Мәсәғүт дауаханаһының шәфҡәт туташы Лена Байышева унда миокард инфаркты билдәләрен асыҡлай. Ашығыс рәүештә ауырыуҙы үҙәк район дауаханаһының ҡан тамырҙары бүлексәһенә урынлаштыралар һәм юғары технологиялы ярҙам күрһәтәләр. Ангиография үткәрергә ҡарар ителә. Хирургтар стент ҡуйып, миокардтың ҡан әйләнешен тергеҙә. Дауахананың баш табибы Валерий Трофимовтың әйтеүенсә, пациент дауаланыуын дауам итә, төҙәлеүгә бара.
Акцияға ярашлы, өс көн эсендә Өфө табиптары 3 332 кешене ҡабул иткән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.