Сәләмәт булайыҡ
23 Апрель 2021, 14:30

Вакцинациялау кампанияһын тиҙләтеү зарур

Алдынғылар рәтендә – Учалы, Бишбүләк, Бүздәк, Балтас, райондары, Салауат ҡалаһы. Хәйбулла, Ейәнсура, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет әлегә артта ҡала.

Башҡортостанда коронавирустан халыҡты вакцинациялау дауам итә. Әлеге ваҡытта төбәккә 295 832 вакцина дозаһы алынған. 23 апрелгә ҡарата уның беренсе компонентын республикала 231 922 кеше яһатҡан, икенсеһен – 136 980 кеше.
Был хаҡта халыҡты COVID-19 вирусынан вакцинациялау буйынса оператив штабтың ултырышында һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова хәбәр итте, сараны Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин үткәрҙе.
Мәғлүм булыуынса, вакцинацияға һәр кем йәшәү урыны буйынса поликлиникаға бара ала, әммә бының өсөн алдан регистратурала йә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яҙылырға кәрәк.
Вакцинациялау ҡеүәтен биш мобиль пункт та арттыра: уларҙың дүртәүһе Өфөлә – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, “Мега”, “Планета” сауҙа үҙәктәрендә, “Башҡортостан” лайфстайл үҙәгендә һәм Стәрлетамаҡтың “СитиМолл” сауҙа үҙәгендә эшләй.
Шуныһы ла мәғлүм: “ЭпиВакКорона” вакцинаһын транспортировкалау өсөн айырым шарттар талап ителмәй, шуға күрә ул 19 апрелдә башланған “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында файҙаланыла. “Сәләмәтлек поездары” алты маршрут буйынса юлға сыҡты, улар ярҙамында 312 кеше прививка яһатҡан да.
Гөлнара Зиннурова муниципалитеттарҙағы вакцинациялау барышы хаҡында ла әйтте. Алдынғылар рәтендә – Учалы, Бишбүләк, Бүздәк, Балтас райондары, Салауат ҡалаһы. Хәйбулла, Ейәнсура, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет райондары әлегә артта ҡала.
Александр Сидякин вакцинациялауҙың әһәмиәте тураһында оло йәштәгеләр араһында аңлатыу алып барырға ҡушты, был эшкә социаль хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү мөһимлеген билдәләне.
Әле Башҡортостанда 60 йәштән өлкәнерәктәр араһында прививканы 11,8 процент ҡына яһатҡан.
"COVID-19-ҙан халыҡты вакцинациялауҙың системалы булыуы зарур. Рәсәй Президенты Владимир Путин беҙҙең алға бурыс ҡуйҙы: халыҡтың 60 проценты прививка яһатырға тейеш. Шул саҡта ғына тотороҡло коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк. Беҙ шәхси миҫалда вакцинациялауҙың мөһим ихтыяж икәнлеген күрһәтергә тейешбеҙ", – тине Александр Сидякин, муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.
Александр Сидякин дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, уларға ҡараған учреждениеларҙа прививка яһау кампанияһын тиҙләтергә ҡушты.
Әйтеүенсә, тәү сиратта табиптар, уҡытыусылар, һайлау участкалары ағзалары, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашасаҡ ирекмәндәрҙең прививка яһатыуы зарур.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас