Сәләмәт булайыҡ
24 Апрель 2021, 14:00

Чернобыль эҙемтәләре үҙен һаман да һиҙҙерә...

Ошоға арналған конференцияла ҡаралған мәсьәләләр һаман да үҙгәрешһеҙ, һаман да бер үк...

35 йыл элек бөтә донъяны тетрәндергән ваҡиға - Чернобыль атом электростанцияһындағы авария эҙемтәләре әле лә үҙен оноттормай. Ошо күңелһеҙ датаға арналған ғилми-ғәмәли конференция республиканың Милли музейында үтте.
Ҡот осҡос техноген һәләкәт күптәрҙең ғүмерен ҡыйҙы, инвалидлыҡҡа дусар итте, яңы быуын сәләмәтлегендә дә фажиғә сағылыш тапты. ”Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәттең медицина эҙемтәләре” тип аталған конференцияға радиация нурланышы алған граждандар менән эш өсөн яуаплы терапевтар, дөйөм практика табиптары, педиатрҙар саҡырылды.
Тәүге һүҙ менән “Чернобыль” союзының республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ришат Ғәйнуллин сығыш яһаны. Конференцияла мөһим мәсьәләләр күтәрелде: радиацияға дусар граждандарға медик-социаль, медицина, реабилитация ярҙамын ойоштороу, медицина экспертизаһы һәм авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ликвидаторҙарға социаль түләүҙәр, льготаға эйә булған граждандарҙы шифаханаларҙа дауалау... Йәмәғәт эшендә әүҙемлек күрһәткән “Чернобыль” союзы ойошмаһы вәкилдәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
35 йыл үтһә лә, Чернобыль фажиғәһенең шаңдауы йәш быуын һаулығында сағыла. Уның эҙемтәләрен мөмкин тиклем йомшартыу өсөн медицина, социаль хеҙмәттәр, дәүләт эшмәкәрҙәренең ойошҡан, аңлашып эшләүе мөһим.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас