Был хаҡта район хакимиәте башлығы "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
"Бөгөн Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына килдем. Әммә был юлы ябай пациент сифатында. Терапевт тикшереүен үткәс, коронавирус инфекцияһына ҡаршы «Гам-Ковид-Вак» вакцинаһының беренсе компонентын һалдырттым. Икенсеһен эшләтеү өсөн 14 майҙа килергә ҡуштылар.
Әйткәндәй, был препарат районға даими килтерелә. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн, медицина хеҙмәткәрҙәре ауылдарға һәм төрлө ойошмаларға йөрөп һала. Әлеге ваҡытта Хәйбуллала коронавирусҡа ҡаршы 887 кеше вакцинаның беренсе компонентын эшләткән, ә 532-һе тулы курсты үткән. Район халҡын прививка һалдыртырға саҡырам, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеген ҡайғыртығыҙ, һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ!"
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.