Компьютер технологиялары хәҙерге йәмғиәттең бөтә өлкәләренә лә үтеп инде. Медицина ла был хәлдән ситтә ҡалманы. Бөгөн дауахананы компьютерһыҙ һәм заманса ҡорамалдарһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу” федераль проектына ярашлы, Мишкә районының Сурай ауылы амбулаторияһын яңы компьютерҙар менән тәьмин иттеләр. Был табиптарға һәм идара итеү өлкәһендәге белгестәргә дөрөҫ мәғлүмәтте йылдам алыу, электрон документтар әйләнешенә күсеү мөмкинлеген бирәсәк.
“Яңы компьютерҙар “ҡағыҙ эше”нә киткән ваҡытты ҡыҫҡартырға ярҙам итер, һөҙөмтәлә табиптар пациенттарҙы күберәк ҡабул итер тип ышанам”, – тине Мишкә үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы Валерий Гәрәев.
Фото: mishkan.bashkortostan.ru/presscenter/news/361837/