Сәләмәт булайыҡ
26 Апрель 2021, 14:45

Артистарҙың хәүефһеҙлеге өсөн

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы вакцинациялау пунктында хор артистары коронавирустан прививка яһатҡан.

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында урынлашҡан вакцинациялау пунктында театрҙың хор артистары коронавирус инфекцияһынан прививка яһатҡан.
“Беҙҙең коллектив ҙур һәм был ғәмәл хәүефһеҙлек өсөн мөһим. Унан тыш, июндә хор гастролдәргә сығырға планлаштыра, шуға ла артистарҙың сәләмәтлеген хәстәрләү мөһим”, - ти мәҙәниәт учреждениеһының баш хормейстеры Александр Алексеев.
Мәғлүм булыуынса, 15 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 5/1) коронавирустан вакциналау пункты асылды. Прививка яһатыу өсөн алдан яҙылыу кәрәкмәй, иммунизация сират буйынса үткәрелә. Килгән кешеләргә үҙҙәре менән паспорт, мотлаҡ медицина страховкаһы полисын, СНИЛС алырға, вакцина һалдырғанға тиклем анкета һәм ризалыҡ ҡағыҙын тултырырға кәрәк.
Прививка яһағас, табиптар граждандарҙың хәлен 30 минут күҙәтә һәм мәғлүмәтте вакцинацияланғандарҙың федераль регистрына индерә, икенсе компонентты яһау ваҡытын билдәләй.
Пункт эш көндәрендә иртәнге 10.00 сәғәттән киске 19.30-ға тиклем эшләй. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 273-83-54.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас