Бөгөн Баймаҡ районы хакимиәте бинаһында ҡала үҙәк дауаханаһынан вакцина һалыу өсөн күсмә бригада эшләгән. Тәүгеләрҙән булып хакимиәт башлығы Фәнис Әминев прививка яһатҡан.
"Коронавирустан ҡотолоу юлы вакцина икән, тимәк, беҙ уны эшләтергә тейеш. Һаулығы яғынан бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар булмағандарҙы әүҙем рәүештә прививка яһатырға саҡырам. Вирус әле бөтмәй бит, ул көсәйгән илдәр ҙә бар. Мәҫәлән, Һиндостанда меңәрләгән кеше бер көндә ауырый башланы. Европа илдәрендә лә хәл ауыр. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!" -тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Күпләп вакцинациялау коллектив иммунитетты булдырасаҡ, шуға күрә хакимиәттә эшләүселәр генә түгел, Баймаҡ телевидениеһы һәм "Һаҡмар" район гәзите журналистары ла дәррәү рәүештә прививка яһатты. Был хаҡта "Һаҡмар"ҙың баш мөхәррире Гүзәл Сәлихова "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙған:
"Йәшермәйем, минең өсөн коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу ҡарары еңел бирелмәне. Туҡтауһыҙ ағылған алама мәғлүмәт үҙенекен эшләй бит. Шулай ҙа аҡыл еңде - кәрәк! "Тажлы үләт" менән ауырыған бар таныштарым: "Үлеп терелгәнсе, вакцина яһатырға кәрәк", - тип кәңәш бирҙе. Ҡан баҫымымды, организмға кислород нисә процент килгәнен, үпкәмде тыңлап ҡаранылар ҙа прививка эшләнеләр. Иң мөһиме - спорт менән шөғөлләнеүҙе тыйыу юҡ. Температура булһа, парацетамол эсергә. Район хакимиәте, Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре менән бергә эшләткәс, күңелле булды. Һау булайыҡ!"
Фото: "Һаҡмар" гәзите сайты.