23-25 апрелдә Башҡортостан вожатыйҙарының “Балалар республикаһы фестивале-2021” инструктив-методик лагерының йомғаҡлау өлөшө булды.
Лагерь вожатыйҙарҙы уҡытыу һәм йәйге миҙгелгә әҙерләү өсөн ойошторола.
Йәштәр был эштең иң әһәмиәтле нигеҙҙәрен өйрәнгән: сценарий яҙыу, отряд һәм күмәк сараларҙы ойоштороуҙы планлаштырыу һәм үткәреү үҙенсәлектәре, ойоштороу технологияларын презентациялау, тәрбиәүи сараларҙы үткәреү һәм башҡалар - ошо иҫәптә.
Алған белемдәрен һәм оҫталыҡтарын студенттар йәйгеһен балаларҙы сәләмәтләндереү лагерҙарында вожатый булараҡ ҡулланасаҡ. Йылдың үҙенсәлектәре вожатыйҙарҙы уҡытыу процесына ла, уларҙың эшен ойоштороуға ла сәләмәтлекте һаҡлау йәһәтенән үҙгәрештәр индерҙе.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты вожатыйҙар практикаһына барған студенттар өсөн бушлай антиматдәләргә анализ тапшырыу һәм коронавирустан вакцинациялау мөмкинлеген ойошторған.
Әйткәндәй, Башҡортостанда коронавирустан вакцинациялау дауам итә. Әлеге ваҡытҡа төбәккә 295832 доза вакцина килтерелгән. 240218 кеше уның тәүге компонентын яһатҡан, 144282 кеше прививканың ике компонентын да эшләткән. 26 апрелдән 28 апрелгә тиклем сираттағы вакцина дозаһы киләсәк.