Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы ултырышын үткәрҙе, унда “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау тармағы үҫеше” дәүләт программаһына индереләсәк үҙгәрештәр ҡаралды.
Дәүләт программаһының көнүҙәклеге бер нисә яңы республика закон сығарыу акттарын ҡабул итеү менән бәйле. Һүҙ “Башҡортостан Республикаһының ағымдағы йылға һәм план осорона бюджеты”, “Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауы территориаль фондының ағымдағы йылға һәм план осорона бюджеты” акттары хаҡында бара, уларға ярашлы программаны финанслау параметрҙары үҙгәрәсәк.
Телгә алынған закондар сығарыу акттарына ярашлы, программаны финанслау 15,6 миллиард һумға арттырылған.
Үҙгәрештәр түбәндәге сараларҙы финанслауға ҡағыла:
- медицина ойошмаларының ҡорамалдар һатып алыу һәм капиталь ремонт үткәреүгә ҡағылышлы матди-техник базаһын яңыртыу;
- айырым категорияға ҡараған граждандарҙы дарыу препараттары менән тәьмин итеү;
- мотлаҡ медицина страховкалауының база программаһына индерелмәгән, махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү күләмен арттырыу;
- Башҡортостанда беренсел медик-санитар ярҙамын күрһәтеүҙең төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙа өҫтәмә финанслау мәсьәләһенә ҡағылышлы;
- медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамын күрһәтеү.
Унан тыш, дәүләт программаһы “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” төбәк программаһының саралары менән тулыландырылған. Һүҙ беренсел медик-санитар ярҙам күрһәткән ойошмаларға булышлыҡ итеү хаҡында бара:
- ныҡ туҙған, артыҡ майҙандары һәм уларҙың айырымлаштырылған структур подразделениелары булған биналарҙы төҙөү, алмаштырыу һәм реконструкциялау;
- биналарға һәм уларҙың айырымлаштырылған структур подразделениеларына капиталь ремонт яһау;
- автомобиль транспорты менән тәьмин итеү;
- ҡорамалдар менән тәьмин итеү йәһәтенән.