Сәләмәт булайыҡ
27 Апрель 2021, 15:30

Вакцина алдынан анализ кәрәкмәй

Төбәктә ковидҡа ҡаршы ниндәй вакциналар эшләнә? Яһатыр алдынан тикшерелеү мотлаҡмы? Бөгөн ниндәй значок тапшыра башланылар?

Бөгөн коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл буйынса республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында сираттағы брифинг уҙҙы. Уны министр урынбаҫары Гөлнара Зиннурова алып барҙы.
Төбәктә коронавирус йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 35 081-гә етте, һуңғы тәүлектә 98 яңы осраҡ теркәлгән.
Кешеләрҙе коронавирус инфекцияһына ҡаршы яһалған вакциналарҙың төрҙәре лә борсой. Был хаҡта ведомство белгестәре аңлатма бирҙе. Әлеге ваҡытта республикала вакцинаның ике төрө ҡулланыла: Гамалея исемендәге институт әҙерләгән “Спутник V” (“Гам-КОВИД-Вак”) һәм “Вектор” вирусология үҙәгенең “ЭпиВакКорона” тип аталғаны. Икеһе лә ике компоненттан тора, ике-өс аҙна интервал менән яһала. Унан тыш, Рәсәйҙә Чумаков исемендәге иммунобиологик препараттар тикшереү һәм етештереү федераль фәнни үҙәге эшләгән “КовиВак” вакцинаһы бар. Ул үлтерелгән вирустан яһалған, шулай уҡ ике аҙналыҡ интервал менән эшләнә.
“Гам-КОВИД-Вак” кеше аденовирусы нигеҙендә етештерелгән. Ул организмға үтеп ингәс, S аҡһымын барлыҡҡа килтерә, ә ул үҙ сиратында антиесемдәр эшләп сығара. Шулай итеп, "Спутник"та (“ГамКовидВак”) иммун яуап зарарһыҙландырылған аденовирус өлөшсәләре ярҙамында булдырылһа, "ЭпиВакКорона"ла был бурысты вирустың яһалма рәүештә синтезланған пептидтары атҡара.
Бер генә вакцинала ла тере вирус йәки уның компоненттары юҡ, һәм уларҙы яһатҡандан һуң кешенең коронавирус менән сирләп китеүе мөмкин түгел. Ваҡытлыса хәлһеҙлек, температура булыуы ихтимал, ул бер нисә көндән үтәсәк.
Организмда антиматдәләр булыуы вакцинациялауға кәртә була алмай. Әгәр ҡулығыҙҙа анализ һөҙөмтәһе бар икән, табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Вакцинация алдынан бер ниндәй ҙә махсус анализдар тапшырыу кәрәкмәй, прививка алдынан табип ҡарай, тикшерә һәм ҡарар ҡабул итә.
Бөгөндән башлап һәр прививка яһатҡан һәм уның ике этабын да үткән кешегә иҫтәлекле значок тапшырыласаҡ. Ул Йәмәғәт советы менән бергә кәңәшләшеп эшләнгән, милли флаг төҫтәрен ҡабатлай һәм “Мин вакцинацияланған” тигән яҙыуҙан тора.
Ял көндәрендә, 4-нән 7 майға тиклем, республиканың медицина ойошмалары штатлы режимда эшләйәсәк. Вакцинациялауҙың 155 пункты, шул иҫәптән мобилдәре көн һайын ҡабул итәсәк.
Май байрамдарындағы эш графигы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында һәм рәсми аккаунттарҙа урынлаштырыласаҡ.
Фото: bashkortostan.er.ru
Читайте нас