Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны республикала 98 осраҡҡа артҡан. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Шулай итеп, пандемия осоронда сирҙе эләктергәндәрҙең дөйөм һаны 35 081 кеше тәшкил итте. Республикала вирус ҡорбандары 439-ға етте, һуңғы тәүлектә бер ауырыуҙы табиптар ҡотҡара алмаған.
Әле стационарҙарҙа - 173 , амбулатор шарттарҙа 1 818 ауырыу дауалана. Ауыр хәлдәгеләр -30, бишеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә пневмония диагнозы 127 кешегә ҡуйылған, 125 ауырыу һауыҡҡан.
Республикала коронавирустан 149 329 кеше прививка яһатҡан, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә 5 047 кеше.