Йыл һайын 28 апрелдә Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Тап ошо көндә Рәсәйҙә ашығыс ярҙам хеҙмәте барлыҡҡа килгән.
Хәҙерге заман һаулыҡ һаҡлау тармағының был үҙенсәлекле өлкәһе ауырыуҙарҙың сәләмәтлеген һәм хеҙмәткә һәләтлеген һаҡлауға ҙур өлөш индерә, уның ярҙамынан башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Фельдшер, табип һәм акушерлыҡ бригадалары көн һайын киҫкен хәлдәге ауырыуҙарға кисектергеһеҙ квалификациялы ярҙам күрһәтеү өсөн ярҙамға ашыға. Беҙ был көндә ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә ауыр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтәбеҙ, тәрән ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ.
Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы үҙенең тарихын 1923 йылдың беренсе ғинуарынан башлай. Ул саҡта үҙәк амбулаторияла 26 кеше, ике ат экипажы эшләй, тәүлек буйына табип менән фельдшер дежур итә. Бөгөн был хеҙмәт ике станциянан, дүрт муниципаль-ара бүлексәнән һәм дауаханаларҙағы 39 ашығыс ярҙам бүлексәләренән тора. Шулай уҡ республиканың психиатрия дауаханаларында ике махсус бүлексәһе бар.
Ашығыс ярҙам хеҙмәте күрһәтеүҙә 2 365 кеше эшләй, Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте булдырыу маҡсатында ун медицина округының бишеһендә ашығыс ярҙам саҡыртыу буйынса дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәттәре булдырылған. Ҡалған биш медицина округында Берҙәм диспетчер хеҙмәттәрен ойоштороуҙы 2023 йылға тиклем тамамларға уйлайҙар.
Саҡырыуҙарҙың ваҡытында башҡарылыуын контролләү өсөн Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәге базаһында Берҙәм диспетчер үҙәге ойошторолған, ул тәүлек әйләнәһенә медицина бригадаларының эшмәкәрлеген күҙәтә, мониторинг үткәрә. Экстрен медицина ярҙамы һәм интенсив терапия күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған санитар автомашиналар ҡулланыла, санитар авиация үҫешә.
Ашығыс медицина ярҙамынан файҙаланмаған ғаиләләр һирәктер, беҙ уның бик мөһим, көсөргәнешле мәлдә ярҙамға ашыҡҡан ышаныслы хеҙмәт икәнен яҡшы беләбеҙ. Ошо еңел булмаған профессияны үҙ иткән, эштәрен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙәрҙе байрамдары менән ҡотлайбыҙ, уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.