Сәләмәт булайыҡ
28 Апрель 2021, 15:30

Йөҙгә яҡын сир осрағы раҫланған

Коронавирус инфекцияһынан һәләк булғандар республикала 442-гә етте. Пневмонияға килгәндә...

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы 99 кешелә раҫланған, шулай итеп, пандемия осоронда барлығы 35 180 кешенең сирҙе эләктереүе билдәле булды.
Тәүлек эсендә ауырыу осраҡтарының күбеһе Өфөлә (36), Туймазы районында (11) һәм Салауат ҡалаһында (7) асыҡланған. Әле стационарҙарҙа - 165, амбулатор шарттарҙа 1 816 ауырыу дауалана. 25 пациенттың ауыр хәлдә булыуы, өсөһөнөң үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылыуы билдәле. Һуңғы тәүлектә 116 ауырыуға пневмония диагнозы ҡуйылған, 103 пациент һауыҡҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар өс ауырыуға ярҙам итә алмаған. Коронавирус инфекцияһынан вафат булғандар республикала 442-гә етте.
28 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Башҡортостанда вакцинаның ике компонентын да яһатҡандар 153 783 кеше тәшкил итә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас