Сәләмәт булайыҡ
30 Апрель 2021, 09:01

Иң мөһиме – Кеше булып ҡалыу

Сығымдар һөҙөмтә килтерһен.

2021 йыл республика тормошона Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы булып килеп инде. Уның ҡатмарлы шарттарҙа үтеүе бер кемгә лә сер түгел. Исемле йылдар республикала быға тиклем дә аҙ булманы, уларҙың һәр береһе тормошобоҙға ыңғай үҙгәрештәр, иҫтә ҡалырлыҡ яңылыҡтар алып килде. Сәләмәтлек – ҡайһы ҡоролошта йәшәүебеҙгә, кем булып эшләүебеҙгә, ниндәй вазифа биләүебеҙгә ҡарамаҫтан, һәр беребеҙ өсөн иң мөһим, иң ҡәҙерле байлыҡ.
Көнүҙәк бурыстар ғәмәлгә аша


Һаулыҡ – кешенең төп хоҡуҡ­тарының береһе, һәм ул Баш­ҡортостан Республикаһы Консти­туцияһы тарафынан яҡлана. Сә­ләмәтлекте һаҡлау бөтә социаль-иҡтисади сәйәсәттең айырып алғыһыҙ мөһим өлөшө икәнлеген һәм бөгөн социаль өлкәгә бюд­жеттың тос өлөшө йүнәлтелгәнен барыбыҙ ҙа белә. Яңы быуатта һаулыҡ һаҡлауҙа өр-яңы ҡараш, сиселештәр кәрәклеге лә көн кеүек асыҡ. Пандемияға бәйле хәл һөҙөмтәһендә тармаҡтағы байтаҡ “аҡ тап”тарҙы күрергә, ойоштороу эшендә, кадрҙар менән тәьмин итеүҙә көтөлмәгән ҡарарҙар ҡабул итергә мәжбүр булдылар. Һаулыҡ һаҡлауҙың матди-техник базаһын нығытыуға тотонолған сығым­дарҙың күләме ифрат ҙур, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында ҡаралған көнүҙәк бурыстар яйлап тормошҡа ашырыла килә. Юғары технологиялы медицина, санитар авиация ярҙамы ырамлы аҙымдар яһай, республиканың Төп Законында ҡаралған хоҡуҡтарҙан һәр кемдең файҙалана алыу мөмкин­леген арттырыу буйынса “боҙ ҡуҙғалыуы” күҙәтелә.
Страховкаланған граждандар дауалау учреждениеһына аяҡ баҫҡанда үҙҙәренең яҡланғанын тойһон, түләүле хеҙмәттәрҙең мәж­бүри тағылыуынан ирекле булһын, табипҡа эләгеү өсөн аҙналар буйы көтөп ыҙаланмаһын өсөн байтаҡ ойоштороу эшен яйға һалырға кәрәк. Түләүһеҙ медици­наның исеме, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, есеменә тура килеп етмәй. Бөгөн страхов­каланған граждандарҙың үҙ хоҡуҡтарын яҡшы белеүе шарт, хоҡуҡтар өсөн көрәшергә кәрәк – әлегә шунан да тәьҫирлерәк юл юҡтыр, моғайын.
Тармаҡтың “иң ауыртҡан” ерҙә­рен асыҡлау, теүәл диагноз ҡуйыу һис тә насар түгел. Уны һауыҡ­ты­рыуға дөрөҫ йүнәлеш биргәндә генә, медицина ярҙамына мохтаж халыҡтың хоҡуҡтары тулыраҡ яҡла­насаҡ. Һәр төбәктең уңыш­тарын, ҡаҙаныштарын баһала­ғанда, халыҡтың сәләмәтлеге төп күрһәткестәрҙең береһе булып сығыш яһауы – республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн оло яуаплылыҡ тигән һүҙ. Тармаҡты Европа стандарттарына сығарыу бурысы ла ғәжәпләндермәһен, быға мотлаҡ ынтылырға кәрәк.



Башыбыҙға ла килмәгәйне...


Йылдың тап һаулыҡты һаҡлауға йүнәлтелеүе дөрөҫ ҡарар, әлбиттә, былтыр йыл башында донъяның ҡырҡа үҙгәререн, кешелек өсөн онотолмаҫлыҡ һабаҡтар биререн кем башына килтергән, тиһең... Пандемия тормошобоҙҙоң аҫтын-өҫкә килтерҙе, кешеләр һәм тотош илдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан ҡорҙо. Ябыҡ сиктәр, яңы терминдар, “удаленка”, килем­дәр­ҙең кәмеүе, пособиелар төрлөлөгө, эшһеҙлек, урамға сыға алмай дүрт стена эсендә тилмереү, яҡындарың менән дә аралаша алмау тормош­тағы ҡиммәттәрҙе яңынан баһалар­ға мәжбүр итте. Кем тиҙерәк яңы шарттарға яйлашты, шулар еңелмәне.
Тәүге һабаҡ – онлайн тәрти­бенең мөһимлеге, онлайн-аралашыу, онлайн-һатыу, онлайн-уҡыу... Был ғәмәлдәр сирҙең таралыуын, аралашыуҙарҙы сикләне. Икенсе һабаҡ – белемеңде арттырыу өсөн көрсөк килеүен көтөп ултырырға ярамай. Хеҙмәт баҙарындағы тотороҡһоҙлоҡ “корона көрсөгө” ваҡытында айырыуса ныҡ һиҙелде, кешеләр етди рәүештә яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә кереште. Онлайн-белем алыуға ихтыяж артты, күптәр ситтән тороп эшләргә мөмкинлек биргән һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирҙе.
Өсөнсө һабаҡ – һанлаш­тырыу­ҙың һис тә киләсәктәге проект түгеллеге, ә хәҙерге көнүҙәк һанлы трансформация булыуы иҫбат­ланды. Пандемия был йүнәлеште тиҙләтте генә. Баҙар талаптарын алдан күрә белгәндәр отто. Был хәл бөтә тармаҡтарға ла ҡағылды. “Бер тәҙрә” принцибында эшләгән хеҙмәтләндереү өҫтөнлөк алды. Хатта автомобиль һатып алыуҙы ла онлайн тәртибендә ойоштороусылар бар.
Дүртенсе һабаҡ, моғайын, беҙ­ҙең өсөн иң мөһимелер ҙә – ҡат­марлы, ауыр мәлдә кеше булып ҡа­лыу. Нисек кенә хәүефле бул­маһын, халыҡ бер-береһенә ярҙам итеп йәшәргә тырышты, ҡеүәтле ирекмәндәр хәрәкәте барлыҡҡа кил­де. Хатта бизнес та табышын юғал­тыуҙан ҡурҡманы, медицина хеҙмәткәрҙәренә төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙы. Хәйриә эшмә­кәрлеге һис көтөлмәгәнсә киң ҡолас йәйҙе.
Бишенсе һабаҡ – ҡайһы саҡ юғалтыуҙар яңы мөмкинлектәргә юл аса. Быға миҫалдар респуб­ликабыҙҙа ла етерлек. Пандемия биргән бөтә һабаҡтарҙы һанап бөтөрлөк түгел, уны һәр кем үҙ тәжрибәһенән сығып та дауам итә ала. Барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығы өсөн борсолоп йәшәнек һәм йәшәйбеҙ, сәләмәтлекте бер ниндәй ҙә байлыҡ алмаштыра алмауын төшөндөк. Тик шулай ҙа ҡайһы берҙәребеҙ беҙҙе хәүефтән, үлемдән һаҡлаған, һәр кемгә бушлай тәҡдим ителгән прививка яһатыуҙы кисектерә килә...
Кемдең әүҙем оҙайлы ғүмер кисергеһе килмәһен?


Бөгөн нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, һәр кемдең яҡты донъяла ҡәҙерле, бәхетле, сәләмәт булып, оҙон-оҙаҡ йылдар дауамында, үҙ зиһенендә, ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәгеһе килә торғандыр. Яҡты донъянан кем туйған! Социаль хәл дә бында әллә ни роль уйна­май­ҙыр, күрәһең, ғүмер буйы хеҙмәттә янып эшләп, ҙур булмаған пенсияға йәшәп тә, рухтарын юғалтмай, тормоштан йәм табып донъя көткән ололарыбыҙ етерлек.

Һуғыш, аслыҡ-яланғаслыҡ афәт­тәрен үҙ иңендә үткәреп, утта-һыуҙа сыныҡҡан быуын кешелә­ренең тормошто ярата белеүе, оҙайлы ғүмер кисереүе, улар араһында йөҙйәшәрҙәр булыуы – һоҡланғыс күренеш. Беҙ улар менән ихлас аралашырға, оҙон ғүмер кисереү, бәхетле йәшәү серҙәрен төпсөнөргә тырышабыҙ.
Донъяның төрлө төбәктәрендә, бер быуат ғүмер кисереп тә, күңелдәре менән йәш ҡалған, шаярта, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына белгән, көр, яҡшы кәйефле йөҙ­йәшәрҙәрҙең, бәлки, беҙ белмәгән серҙәре барҙыр? Мәҫәлән, Японияла йөҙ йәшкә етеү – “пүстәк”, ғәҙәти хәл. 70-80 йәште улар ҡартлыҡ тип иҫәпләмәй ҙә.
2021 йылдың 2 ғинуарында 118 йәш тулыуын билдәләгән япон ҡатыны Канэ Танаканың яҙмыш тарихы барыбыҙ өсөн дә фәһем булырлыҡ. “Гиннесс рекордтары китабы”на уны планетаның иң ҡарт кешеһе булараҡ 2019 йылда индерҙеләр. Юғары вазифаһы ла, байлығы ла юҡ, ғүмер буйы аҙыҡ-түлек магазинында дөгө ҡоймағы һатҡан. Һигеҙ бала үҫкән ғаиләлә тәрбиәләнгән, 19 йәшендә кейәүгә сыҡҡан, дүрт бала табып үҫтергән. Ире менән тағы бер баланы тәрбиәгә алғандар. 103 йәшендә эсәгендә яман шеш тапҡандар, хирургтарҙың хәүефләнеүенә ҡарамаҫтан, әбей сирҙе еңгән. Уның оҙаҡ йәшәү сере бик ябай: татыу ғаилә, яҡшы йоҡо, диета һәм киләсәккә ышаныс. Танака ҡарсыҡтың кәңәштәрен һәр кем үҙ тормошонда ҡуллана ала.
118 йәшлек әбей көн һайын иртән­ге алтыла уяна, түшәктә иркәләнеп ятырға яратмай. Ҡояш­тың тәүге нурҙары менән саф һа­уаға сыға, иртәнге аҙығы – йәшел­сә, емеш-еләк, иген орлоҡтары һәм соя. Диңгеҙ ризыҡтарынан ауыҙ итергә ярата. Шоколад һәм газлы эсемлектәрҙән дә баш тартмай.
Танаканың яратҡан шөғөлө – шиғыр яҙыу, иҫәп-хисап менән мауығыу. Уның әйтеүенсә, олоғайғас та мейене эшләтергә, китап уҡырға, логик мәсьәләләр сисергә кәрәк. Хәтерҙе нығытыу һәм зиһенде һаҡлау өсөн шуларҙан да яҡшыраҡ шөғөл юҡ, тип иҫәпләй ул. Көн дә тышта йөрөргә, мөмкин булғанда, баҡсасылыҡ, спорт йәки бейеүҙәр менән шөғөлләнергә кәрәклеген иҫкә төшөрә.
Ғөмүмән, Японияла өлкәндәр өсөн түңәрәктәр күп, уларҙы бейергә йәки хәрби һөнәрҙәргә өйрәтәләр. Шуныһы беҙҙең өсөн яҡшы өлгө – япондар тәүге тапҡыр күргән кешегә лә ярҙамға килергә әҙер. Туғандары, күрше-күләне, таныштары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Пандемия осоронда әбей сәләмәтлеген һаҡлау өсөн ҡарттар йортона урынлашҡан, әммә тиҙҙән балалары һәм ейәндәре менән осрашыуҙарына ышанып йәшәй.
Канэ Танака кәм тигәндә тағы ла биш йыл йәшәйәсәгенә ышана, 120 йәшен билдәләргә уйлай. Ике донъя һуғышын үткәргән, биш япон императоры заманын кисергән ҡатын, бер нимәгә лә ҡарамайынса, киләсәккә пландар ҡора. Ысынлап та, унан беҙгә өйрәнәһе ғәмәлдәр күп икән дә баһа, мәҫәлән, минең күптән мәсьәлә сискәнем, бейеү түңәрәгенә яҙылғаным, спорт менән шөғөлләнгәнем юҡ...
Дөрөҫөн әйткәндә, 118 йәшлек Канэ Танаканың һөйләгәндәрен сер тип әйтеп тә булмай. Әүҙем хә­рәкәт, спорт, дөрөҫ туҡланыу тураһында ҡайһы табип тыл­ҡымай? Барыһын да беләбеҙ, мәғлүмәт етерлек, шарттар бар – тик үҙебеҙ генә әүҙем тормошҡа табан аҙым яһарға уйлап та ҡарамайбыҙ. Мәҡәләнең башында һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған етди бурыстарға туҡталһаҡ та, мәсьәләне сисеүҙең бер юлы үҙебеҙгә лә ҡағылғанын япон йөҙ­йәшәре миҫалында иҫбатларға булдыҡ.

Читайте нас