Яҙ еткәс, организмды грамоталы итеп таҙартып алһағыҙ, артыҡ тән ауырлығы ла кәмер, токсиндарҙан һәм депрессиянан ҡотолорһоғоҙ, сәләмәтлегегеҙ рәтләнер.
Әлбиттә, һәр эшкә тотонор алдынан табип менән кәңәшләшеү фарыз. Ул теге йәки был аҙыҡ-түлектең яраған-ярамаған яғын билдәләр, һаулыҡҡа ҡағылышлы иҫкәртеүҙәрен әйтер.
Төп кәңәштәр ошо: яҙын монодиета менән мауығырға ярамай, шул уҡ ваҡытта был осорҙа майлы иттән, ярымфабрикаттарҙан, магазиндағы әҙер ризыҡтарҙан (сосискалар, колбасалар) баш тартһағыҙ, яҡшыраҡ булыр.
Организмды ҡәҙимге, ҡул аҫтындағы аҙыҡ-түлек бынамын итеп таҙарта. Һүҙ кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, күрәгә, ҡара емеш, сәтләүектәр хаҡында бара. Уларҙан яһалған салат, һепертке кеүек, организмдағы ҡышҡы тупланмаларҙы сығарырға ярҙам итәсәк.
Һут терапияһы ла ошондай сифатҡа эйә. Яңы ғына һығылған һуттарҙан яһалған коктейль бөйөрҙәрҙең эшен көйләргә һәләтле.
Рецепт түбәндәгесә: 90 грамм кишерҙең, 50 грамм сельдерей һәм 20 грамм петрушка тамырҙарының һутын һығып, уға 200 миллилитрға еткәнсе һыу ҡушығыҙ. Ашағандан ярты сәғәт алда эсегеҙ.