Сәләмәт булайыҡ
30 Апрель 2021, 09:56

“Нисек үҫкәнен күргәнем булмаһа ла...”

Мәләүез ҡалаһынан Эльза ТИМЕРБАЕВА түбәндәге рецепт менән уртаҡлашмаҡсы. Иғтибар менән уҡығыҙ, бәлки, һеҙгә лә файҙаһы тейер.

Мәләүез ҡалаһынан Эльза ТИМЕРБАЕВА түбәндәге рецепт менән уртаҡлашмаҡсы. Иғтибар менән уҡығыҙ, бәлки, һеҙгә лә файҙаһы тейер.


“Минең бер ваҡыттта ла эвкалипт ағасын күргәнем юҡ. Шулай ҙа ошо үҫемлек сәләмәтлегемде һаҡлауҙа ҙур роль уйнаны. Элек-электән уның менән дауаланам һәм һеҙгә лә кәңәш итәм.
Оҙаҡ йылдар ашҡаҙандың сей яраһынан яфаландым. Әллә нисә тапҡыр дауаханала яттым, ҡан да ҡойҙолар, витаминдар ҡаҙанылар, дарыуҙар бирҙеләр, әммә ашҡаҙаным нисек ауыртҡан, шулай ауырта бирҙе.
Бер ваҡыт баҙарҙа эшләгән апайым күрше һатыусыға – Кавказ кешеһенә минең проблеманы һөйләгән. Ул иһә апайыма эвкалипт япраҡтарын тәҡдим иткән һәм ашҡаҙан сиренән дауа булған төнәтмәнең рецебын биргән. Ҡыҫҡаһы, түбәндәге төнәтмәне эшләнем: 100 грамм эвкалипт япраҡтарына 0,5 литр араҡы һәм 0,5 килограмм бал һалдым, 21 көн ҡараңғыла тоттом. Унан көнөнә ике-өс тапҡыр берәр аш ҡалағы ашар алдынан ҡулландым. Был рецепт өлгөһөн өйрәткән кеше “ҡатнашма төрлө сирҙәрҙән дауа булыр” тип әйткәйне, ә ашҡаҙандың сей яраһынан дауа­ланғанда, артынан бер аҙ аҡ май ҡабып ебәрергә лә ҡушты. Миңә файҙаһы тейҙе, хәҙер ашҡаҙаныма зарланғаным юҡ.
Унан бер хеҙмәттәшемдең биш йәшлек ейәненең йүтәлдән ныҡ яфаланыуын белеп ҡалдым. Эвкалипт ҡатнашмаһы тураһында уға һөйләнем дә үҙемдә булған төнәтмәне бүлеп бирҙем. Балаға яртышар сәй ҡалағы менән көнөнә ике тапҡыр биргәндәр, тиҙҙән йүтәл эҙһеҙ юғалған.

Шулай таныштарым араһында эвкалипт төнәтмәһенең файҙалы үҙенсә­лектәре тураһында хәбәр таралды. Кемдер үҙәк көйөүҙән, башҡаһы холецис­титтан ҡотолған: миңә рәхмәтле булдылар.
Әлбиттә, эвкалипт беҙҙең яҡтарҙа үҫмәй. Уны һүрәттән, интернет аша ҡарап була. Япраҡтарын, бик тырыш­ҡанда, баҙарҙа йә дарыуханала табырға мөмкин. Уның бик файҙалы үҫемлек икәнлегенә инандым. Эвкалипт ашҡа­ҙан, ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр эшмәкәрлеген, һис шикһеҙ, яҡшырта. Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ. Әлбиттә, һәр дарыуҙы ҡулланғанда сама кәрәк”, – тип яҙа уҡыусыбыҙ.


Белгес кәңәше


Эвкалипт урмандары күпселек осраҡта Австралияла үҫһә лә, Ер шарының төрлө ҡитғаларында уның файҙалы үҙенсәлектәрен күптән беләләр, шуға төрлө илдәрҙә үрсетәләр. Әйткәндәй, йорт шарттарында ла орлоҡтан сәсеп үҫтерергә мөмкин. Уны һатып алыу бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай: дарыуханала, баҙарҙа табырға мөмкин, интернет аша яҙҙырып та алып була.
Эвкалипт япраҡтарының үҙенсәлек­ле еҫе бар, быға составындағы эфир майҙары булышлыҡ итә. Органик кислоталарға бай.
Эвкалипт менән боронғо замандарҙа уҡ Австралия аборигендары дауа­ланған, елһенеүгә, малярияға, биҙгәккә ҡаршы файҙаланған.
Үҫемлектең үҙенсәлектәре уникаль, антисептик сифаттары юғары, микробтарҙы юҡҡа сығара, ауыртыуҙы баҫа, тынысландыра, шуға күрә төрлө сирҙәрҙе дауалауҙа ҡулланыла.
Читайте нас