Сәләмәт булайыҡ
30 Апрель 2021, 17:30

Радий Хәбиров указға үҙгәреш индерҙе

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, байрам осорона ниндәй сикләүҙәр индерелә?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, бөтә граждандарға ла 1 майҙан алып 7 майға тиклем кешеләр күпләп йөрәгән урындарға барыуҙы сикләү тәҡдим ителә.
Мәҙәни-күңел асыу сараларын ойоштороусылар, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы объекттары, йәмәғәт транспорты предприятиелары дезинфекция тәртибен көсәйтергә тейеш.
Төбәктең башҡарма власть органдарына 1-нән 7 майға тиклем санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе контролгә алырға ҡушыла һәм уларҙы боҙоу осраҡтары булһа, административ протокол төҙөү хоҡуғы бирелә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас