Түбәндәге салатты ла эшләп ҡарағыҙ. Кишер һәм сөгөлдөргә күрәгә, ҡара емеш, сәтләүек, һарымһаҡ, лимон һуты һәм зәйтүн майы ҡушып яһалған турама тәмле лә, бик файҙалы ла. Уның составына бихисап витамин, минералдар, файҙалы майҙар һәм кислоталар инә. Шулай итеп, түбәндәге ингредиенттарҙы алығыҙ.
Кишер – 450 грамм, сөгөлдөр – 900 грамм, һарымһаҡ – 4 тырнаҡ, күрәгә – 5 дана, ҡара слива – 5 дана, сәтләүектәр – 30 грамм, зәйтүн майы – 100 миллилитр, лимон – 1 дана, тоҙ – 2 сәй ҡалағы йәки үҙегеҙҙең сама менән.
Кишерҙе лә, сөгөлдөрҙө лә йыуып, сей килеш һалам һымаҡ турайбыҙ йә махсус ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Бик булмаһа, эре ҡырғыс та ярай.
Соус әҙерләйбеҙ. Бының өсөн биш күрәгәне шаҡмаҡлап турайбыҙ, ҡара емеште лә шулай уҡ.
Һауытҡа һарымһаҡты иҙәбеҙ, уға бер лимон һутын һәм тоҙ һалабыҙ. Зәйтүн майын ҡушып, яҡшы итеп болғатабыҙ. Зәйтүн майы булмаһа, башҡа үҫемлек майы ла ярай. Ошо ҡатнашмаға күрәгә һәм сливаны өҫтәйбеҙ, ваҡланған сәтләүектәрҙе һалабыҙ.
Соусты туралған кишер һәм сөгөлдөргә һалабыҙ, яҡшылап болғатабыҙ. Бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Был файҙалы, тәмле салатты айырым йә балыҡ һәм ит аштарына ҡушып та бирергә мөмкин.