Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә һәйбәт яңылыҡ менән уртаҡлашты. Республикабыҙ райондарының береһендә йәнә яңы ФАП асылған!
“Минең эш сәфәрҙәре йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр исемлеге төҙөлә, уларҙың барыһы ла контроль аҫтында.
Бөгөн Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уны урындағы халыҡтың һорауы буйынса төҙөнөләр, улар менән мин Баймаҡ районына эш сәфәре менән килгән саҡта аралашҡайным. Ауылда иҫке ФАП янған, Ярат ауылында урынлашҡан иң яҡынына тиклем алыҫ – 12 километр. Яңы ФАП-та Гөлниса Ишҡыуатова эшләйәсәк, ул 32 йыллыҡ стажы булған фельдшер. Эшләргә кеше булыуы бик яҡшы, кешеләр – иң мөһиме.
2020 йылда беҙ Башҡортостанда файҙаланыуға 120 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табип амбулаториялары индерҙек. Быйыл йәнә 65 модулле медицина пункттары асасаҡбыҙ. Планда капиталь ФАП-тар төҙөү ҙә бар. Медицина ярҙамын кешеләргә яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Коронавируслы йыл арҡаһында беҙгә ҡайһы бер объекттарҙы төҙөүҙө бер йылға күсерергә тура килде. Тик беҙ бар бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәргә тырышасаҡбыҙ”, – тип яҙҙы ул.