Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан вафат булғандар дүрт кешегә артты, тип хәбәр итә оператив штаб. Пандемия осоронда вирус ҡорбандары һаны 448-гә етте.
Республикала сирҙе эләктереүҙең 35 375 осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 97 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Иң күбеһе Өфөлә (36 осраҡ), Яңауыл районында (6) һәм Балаҡатай, Учалы райондарында (5-әр). Һауыҡҡандар ҙа арта, һуңғы тәүлек эсендә 96 кеше сирҙән ҡотолған.
Әле стационарҙарҙа 183, амбулатор шарттарҙа 1 788 ауырыу дауалана. 29-ы ауыр хәлдә, ике пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Пневмония диагнозы тәүлек эсендә 126 кешегә ҡуйылған, 107 пациент һауыҡҡан. Май байрамдары ваҡытында ла санитария-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тырышығыҙ, вирус эргәбеҙҙә генә һағалап йөрөй.