Сәләмәт булайыҡ
30 Апрель 2021, 09:18

Яҡшы табипҡа эләгеү – үҙе бәхет

“Ҡалаҡты тоторҙан алда, унда нимә ятҡанын белергә кәрәк”.

“Мин оҙаҡ ҡына дауаханалар буйлап йөрөй торғас, һауығыуыма икеләнә лә башлағайным инде. Иммун системаһындағы сирҙәрҙе асыҡлау һәр табипҡа ла анһат бирелмәйҙер, күрәһең. Әгәр Резеда Мансаф ҡыҙына барып эләкмәһәм, ошо көндәрҙә ни эшләгән булыр инем, тип уйлауҙан хатта тетрәнеп китәм. Һауығыуға өмөтөм ҡалмағанда, ул мине аяҡҡа баҫтырҙы, уның белеме һәм тырышлығы һөҙөмтәһендә бактерия-вируслы инфекциялар мине йонсотмай башланы, шунда уҡ дөрөҫ диагноз ҡуйҙы һәм иммун системаһындағы тайпылыштарҙың ни сәбәпле барлыҡҡа килеүен аңлатты”, – тип яҙа социаль селтәрҙә Елизавета Я.


“Улым тыумыштан атопик дер­матитҡа дусар. Төрлө клиникала дауалап ҡараныҡ, ярҙам итмәне. Доктор Резеда Фәйзуллинаға осраҡлы рәүештә мөрәжәғәт итеү беҙҙе бәләнән ҡотҡарҙы. Тәүҙә ул онлайн-консультация үткәрҙе, ә аҙаҡ ҡабул итте. Дауалау көтөл­мәгәндә тәьҫирле булып сыҡты! Бөтә ғаиләбеҙ менән Резеда Мансаф ҡыҙына рәхмәт уҡыйбыҙ!” – был һүҙҙәрҙе йәш әсә Яна яҙған.
Домодедов ҡалаһынан бер пациенты онлайн тәртибендә биргән кәңәше өсөн уға рәхмәтле булған: “Доктор миңә микробиота тура­һында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе, сабыйҙарҙың тотороҡһоҙ эсәклек менән тыуыуын аңлатты. Йәш ярымлыҡ баламдың ҡоҫоуы мине ныҡ борсой ине. Доктор аңла­йышлы итеп уның сәбәбен аңлатты, Инстаграмда кәңәш­тәрен бирҙе. Ҙур рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле доктор!”
Интернет киңлектәре сикһеҙ, Екатеринбургта йәшәп тә Өфө табибына мөрәжәғәт иткән Валентина үҙен аллергиянан ҡотолдорған табипҡа сикһеҙ хөрмәтен һәм рәхмәтен белдерә. “Был проблема мине йылдар буйы йонсотто! Резеда Мансаф ҡыҙының һиҙгер, уйланылған, төплө кәңәштәре һөҙөмтәһендә мин ул сирҙе оноттом. Бик ҡәнәғәтмен, яҡшы табиптарға эләгеү – үҙе оло бәхет шул!” – тигән Екатеринбург ҡыҙы.
“Мин үҙем Өфөлә тыуып үҫкән­мен, әле Мәскәүҙә йәшәйем. Ба­лала­рым менән ҡунаҡҡа ҡайт­ҡанда, табип Резеда Фәйзуллинаға дауаланырға барабыҙ. Дуҫтарым Башҡортостанда шундай профессионал барлығын күптән әйтә килә, уларҙың кәңәше менән мин дә уға бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттем. Бына тигән табип булып сыҡты яҡташыбыҙ”, – тип һөйөнә Әминә.
Был ихлас рәхмәт һүҙҙәренең барыһы ла Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федера­цияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, аллерголог-иммунолог, гәзиттең бөгөнгө “Йома” ҡунағы Резеда Мансаф ҡыҙы Фәйзуллина тураһында.

Аллергик ринит, хроник бронхит, ҡурылдай быумаһы (бронхиаль астма), поллиноз, фотодерматит... Аҙыҡ-түлеккә, дарыуҙарға, туҙанға, һыуыҡҡа аллергия – аллергендар тыуҙырған сирҙәрҙе һанап бөтөр­лөкмө ни?! Медицина фәндәре докторы, профессор, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш балалар аллергологы вазифаһын оҙаҡ йылдар атҡарған ғалимға һорауҙарҙың күп булыуы ғәжәп тә түгелдер, сөнки урамда яҙ, ҡарҙар ирей, һыу таша, ағастар бөрөләнә... Ошо яҙғы күренештәр менән бергә аллергия сирҙәренең дә йонсота башлауы ихтимал.
– Резеда Мансаф ҡыҙы, һеҙҙе хеҙмәттәштәрегеҙ үҙ эшенең оҫтаһы, ысын профессионал тип таный. Тимәк, һикәлтәле тормош баҫҡыстарынан үрләгәндә түккән хеҙмәтегеҙ һис тә юҡҡа булмаған, был этаптарҙың һәр береһе һеҙҙең өсөн үтә ҡәҙер­лелер. Шулай ҙа ҡайһы мәлде яҙмышығыҙҙа хәл иткес мөһим осор тип иҫәпләйһегеҙ?
– Ошо береһенән-береһе текә­рәк “баҫҡыстарҙы” ышаныс менән үтеү өсөн миңә көс-дәрт биргән бала саҡ осоро иң мөһи­мелер. “Телең асыла ғына башлаған сағыңда “Мин табип булам” тип тәтелдәгәнеңде, ҡурсаҡтарыңды дауалай-дауалай арып бөткәнеңде әле лә яҡшы хәтерләйбеҙ”, – тип көлөмһөрәп һөйләй торғайны атай-әсәйем. Мәктәптә уҡығанда санитарка булырға, класта таҙалыҡ, тәртип булдырырға ярата торғай­ным. Беҙҙең нәҫелдә табиптар, фельдшерҙар, хатта кендек инәй­ҙәре бар. Һуғыш ауырлыҡтары арҡаһында ата-әсәйемә белем алыу тәтемәһә лә, улар төшөнкө­лөккә бирелмәй балаларын кеше итергә, юғары белем алып, үҙ урынын табырға ярҙам итте. Икебеҙ – табип, беребеҙ – филолог, дүртен­себеҙ – хореограф.
Стәрлетамаҡтағы медицина учи­лищеһын “отлично”ға тамамла­ған­дан һуң “Ашығыс ярҙам” хеҙмә­тендә эшләү минең өсөн ҙур тәжри­бә мәктәбе булды. Аҙаҡ Башҡорт­остан дәүләт медицина универси­тетының педиатрия факультетын тамамлап, Өфөләге 18-се дауаханала хеҙмәт юлын дауам иттем.
Ошо ҡатмарлы хеҙмәт баҫҡыс­тарын үтеп, урау-урау юлдар менән маҡсатыма килеү миңә кәрәк булғандыр ҙа, сөнки табип – иң ҡат­марлы һөнәрҙәрҙең береһе. Үҙең­де ышаныслы тойоу, ғилем үрҙәренә ынтылыу өсөн һәр осорҙа тупланған белем һәм тәжрибә ярҙамға килә.


– Ә ни өсөн педиатрияла тап аллергология өлкәһен һайла­нығыҙ?

– Ул дәүерҙә аллергология фәнен күтәрелмәгән сиҙәм менән сағыштырырға булыр ине. Саҡ ҡына башын ҡалҡытып, баҙнатһыҙ ғына тәүге аҙымдарын яһаған, әммә эҙләнеү, асыштар яһау өсөн ҡулайлы шарттар барлыҡҡа килгән мәл... Ниһайәт, республикала аллергия сирле балалар өсөн бүлексә асылды. Бала саҡтан әсәйемдең ошо ауырыуҙан ыҙаланғанын иҫемә төшөрөп, ошо йүнәлештә бөтә тырышлығымды һалып эшләгем килде. Миңә ул бик серле, мауыҡтырғыс фән өлкәһе булып тойолдо. Яңылышмағанмын, егерме йылдан ашыу министрлыҡтың штаттан тыш баш аллергологы эшен алып барыу тармаҡ нескә­лектәрен төптәнерәк өйрәнергә, Рәсәй белгестәренең тәжрибәһен үҙләштерергә мөмкинлек бирҙе.


– Һеҙҙең “1000 көнгә тиклем осор кеше сәләмәтлегенә нигеҙ һала” тигән фекерегеҙ ҡыҙыҡлы тойолдо. Ни өсөн тап ошо ваҡыт арауығы сәләмәтлек өсөн мөһим?

– Сабыйҙың һаулығы әсә ҡары­нында уҡ формалаша. Бала ярал­ғандан алып 1000 көнгә тиклемге осорҙа уның сәләмәтлеген хәстәр­лә­һәгеҙ, зарарлы ғәҙәттәр арҡа­һында уның һаулығына хилафлыҡ килтермәһәгеҙ, артабан баланың киләсәге өсөн борсол­маясаҡһығыҙ. Ата-әсәнең һаулы­ғынан, нисек туҡланыуынан, эш шарттарынан, бер-береһенә мөнә­сә­бәтенән сабый сәләмәтлеге ту­ҡыла ла инде. Ғүмер бүләк иткән­һең икән, һин уға һаулыҡ та бүләк ит! – тиер инем йәш ата-әсәгә. Ба­ла көткән әсәгә дөрөҫ туҡланыу мөһим, вируслы сирҙәрҙе йоҡтор­маҫҡа тыры­шырға кәрәк. Яңы тыуған сабыйҙы күкрәк һөтө менән туҡландырыу байтаҡ сирҙән ҡурсалар.
Табип менән кәңәшләшмәйенсә төрлө дарыуҙарҙы үҙ белдегең менән эсеүҙән ҙур зыян күреүегеҙ ихтимал. Аллергия сирҙәренең күбеһе беҙҙең йәшәү рәүеше менән бәйләнгәнен онотмағыҙ. Тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы барыу ҙа сирҙәргә юлыҡтыра. Мәҫәлән, сабыйҙарҙы күкрәк һөтө урынына төрлө яһалма ҡатнашмалар менән туҡландырыу, “кесарев киҫелеше” тип аталған операция ярҙамында баланы алыу һәм башҡа сәбәптәр.
“Макдоналдс”та фастфудтар менән байрам ойоштороу, “быстрая еда” тип аталған зарарлы туҡланыу яҡшыға килтермәй. Мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың күбеһе өлгөргәнлек аттестаты менән бергә хроник сирҙәр ҙә алып сыға. Әйтеүемсә, сәләмәтлеккә нигеҙ ғаиләлә һалына, ашаған аҙыҡ кеше һаулығы өсөн дарыу булып барып етергә тейеш, ә киреһенсә түгел.
Бының өсөн һәр йортта туҡ­ланыу тәрбиәһе булырға тейеш. Хәҙерге заман кешеһенең вегета­рианлыҡ, һәр төрлө диеталар, самаһыҙ ашау менән мауығыуы төрлө сирҙәргә, шул иҫәптән аллергияға юл аса. Бер һүҙ менән әйткәндә, табында ултырғанда ҡалаҡты тота белеү генә аҙ, уның эсендә нимә ятырға тейешлеген дә белеү кәрәк. Иттән ваз кискәнһең икән, тимәк, үҙеңде иммун систе­ма­һының яҡлауынан мәхрүм итәһең тигән һүҙ. Анемия башлана­сағын көт тә тор, нервы системаһы ҡаҡшаясаҡ, невроздар йонсотасаҡ. Тик был хаҡта йәш ата-әсәләрҙең күпселеге уйлап та бирмәй.


– Ҡайһы бер белгестәр яңы быуаттың “аллергия дәүере” буласағын күҙаллай. Ер йөҙөндә был сирҙән яфаланыусылар артыуы сәбәпсеме?

– Аллергия организмдың өйҙәге туҙан, хайуандар йөнө, ағас һәм сәскә һеркәһе, дарыуҙар, химик матдәләр кеүек ҡайһы бер аллер­гендарға үтә ныҡ һиҙгерлеген аңла­та. Кемгәлер бәләкәй саҡтан нин­дәйҙер аҙыҡ килешмәй, йо­мортҡа, һөт, арахис, соя, диңгеҙ ризыҡта­рының аллергия сәбәпсеһе булыуы ихтимал. Үҫемлектәр һеркәлән­гәндә, ҡайһы берәүҙәр тымау тей­гәндәге кеүек сирләй, күҙҙән йәш ағыуы, танау тоноуы, йүтәл­ләүе мөмкин. Йыш ҡына поликлиникала аныҡ диагноз ҡуйыу ҡыйынлаша, сөнки төп билдәләре күп кенә башҡа сирҙәрҙекенә хас. Был осраҡта аллерголог-иммунолог кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтә ала, хәҙер республикала әҙерлекле, тәжрибәле белгестәр етерлек.


– Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, республикала хәл-торош нисек, ауырыуҙар күпме?

– Сир көсөргәнешлеге буйынса башҡа төбәктәрҙән айырылып тормайбыҙ, беҙҙәге тәбиғәт шарттары йәшәү өсөн ҡулайлы. Сәнәғәт үҫешкән биләмәләрҙә ҡурылдай быумаһы, атопик дерматит күҙә­телеүе билдәле. Беҙҙә дымлылыҡ юғары түгел, ҡояшлы көндәр етерлек. Аллергия тыуҙырған ҡайһы бер үҫемлектәр һеркәләнгәндә, сәскә атҡанда уларға һиҙгерлеге юғары булғандар ошо осорҙа һаҡлана белергә тейеш. Ҡайын, уҫаҡ, сәтләүек ағастары, әрем – көслө аллерген сығанағы. Ә бына күптәр яратмаған тирәк мамығында аллерген юҡ, ул бары ҡуҙғытҡыс ҡына. Сирҙең сәбәбен асыҡлау өсөн иғтибарлы булыу кәрәк.
Бер генә миҫал. Ғаилә яңы йортҡа күскәндән һуң балала бәшмәксә аллергияһы көсәйә. Ул бик йонсотҡос сир – танау тона, тын ҡыҫыла, йүтәлләтә, күҙҙән йәш аға, ҡысыта... Сәбәбе ябай булып сыға – йортто мүкләгән сүбәктә үңәҙ табыла. Был осраҡта сирҙе тыуҙырған сәбәптән ҡотолоу менән бала ла һауыҡты. Иң хәүефлеһе – анафилактик шок. Ул йәшен тиҙлегендә үҫешә, 15-20 минут эсендә ярҙам итеп өлгөрөргә кәрәк. Мәҫәлән, бөжәктәр сағыуы аллергик сирлеләр өсөн хәүефле, һәр ваҡыт эргәңдә дарыуҙар йөрөтөү мотлаҡ.
Тағы ла шуныһы – сирҙәрҙең йылдан-йыл “йәшәрә” барыуын күҙәтәбеҙ. Элек ҡурылдай быумаһы сабыйҙар араһында осрамай торғайны. Бәлки, быға фәндең алға китеүе, сирҙе иртә асыҡлауҙа мул тәжрибә тупланыуы ла сәбәпселер.


– Резеда Мансаф ҡыҙы, йәш сағында аллергияның нимә икәнен дә белмәгән кешелә йылдар үтеү менән сирҙең баш күтәреүе ихтималмы?

– Сирҙе ҡуҙғытырлыҡ сәбәп килеп сыҡһа, мәҫәлән, көслө стресс организмды ҡаҡшатһа, имму­нитет­тың боҙолған балансты көйләргә ҡеүәте етмәһә, аллергия­ның башланыуы мөмкин, әлбиттә. Бындай хәлдәр менән йыш ҡына осрашырға тура килә. Тормошоңдо дөрөҫ ойоштороуҙан, һаулығың өсөн яуаплылыҡ тойоуҙан күп нәмә тора, был ябай һүҙҙәрҙе яттан беләбеҙ, тик йыш ҡына илтифат итмәйбеҙ. Ә юҡҡа ғына...


– Һеҙ бөгөн тормошоғоҙҙағы байтаҡ уңыштар менән бер рәттән, фәнгә индергән өлөшө­гөҙҙән башҡа, яҡшы тәрбиә биреп, оло юлға сығарған фән докторы Камил, табип-хирург Таһир улдарығыҙ менән хаҡлы ғорур­лана алаһығыҙ. Нимәнән айырыуса ҡәнәғәтлек тойғоһо ки­серәһегеҙ?

– Эргәмдә шәкерттәрем булыуына, уларға тәжрибәмде тапшыра, кәңәшләшә алыуыма, республика һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн туғыҙ медицина фәндәре кандидаты әҙерләүҙә ҡатнашыуыма айырыуса шатланам. Бөгөн беҙҙә үҙ эшенең нескәлектәрен белгән һәм хеҙмәтен яратып башҡарған аллергологтар “армияһы” бар.

Читайте нас