

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ егеттәре Санкт-Петербург ҡалаһында урынлашҡан “Алеша” мәрхәмәтлелек фонды менән бәйләнешкә инеп, район дауаханаһы өсөн кәрәкле медицина ҡорамалдары һатып алыуҙы ойошторҙо. Видеоэндоскопия, стоматология, анестезия һәм УЗИ аппараттарының дөйөм хаҡы 14 миллион һумға яҡын.
"Район дауаханаһы ниндәй медицина ҡорамалдарына мохтаж кисергәнен белешеп, шунда уҡ эшкә тотондоҡ. Санкт-Петербургтың “Алеша” мәрхәмәтлелек фонды ярҙам итергә әҙерлеген белдергәс, ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге булманы. Баймаҡҡа килтерелгән УЗИ аппараты республикала өсәү генә! Уларҙың икәүһе – Өфөлә, берәүһе хәҙер беҙҙә. Күп функциялы ҡоролма бар Урал аръяғы халҡы сәләмәтлеге һағында булыр, тип ышанабыҙ. Ул ваҡытта сирлеләргә әллә күпме саҡрым ара үтеп баш ҡалаға йөрөргә тура килмәйәсәк. Баймаҡта был УЗИ аппаратында эшләйәсәк йәш белгестәрҙең булыуы ла һөйөндөрә. Ғөмүмән, яҡташтарыбыҙға ярҙам итә алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Киләсәктә лә тыуған еребеҙ мәнфәғәтенә эшләйәсәкбеҙ", - ти ағалы-ҡустылы Ғирфановтар.
Район хакимиәте башлығы яңы ҡорамалда эшләгән табип Айбулат Имановтың уй-фекерен һорашты. Ул: “Күп ауырыуҙарҙы билдәләүе еңелләште. Сирҙе дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеүе яҡшыраҡ бит”, - тип яуап бирҙе.
Фәнис Әминев Баймаҡ меценаттары Ғирфановтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе: “Тыуған ере, халҡы өсөн янып йәшәгән ошондай егеттәребеҙ оло ғорурлыҡ уята. “Атайсал” проекты буйынса башҡарылған был изге ғәмәлде башҡа яҡташтарыбыҙ ҙа күтәреп алыр тип ышанам”, - тине ул.
Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Таһир Мәүлетов, уның урынбаҫары Илдар Хәсәнов та яңы медицина ҡорамалдарының юғары сифатлылығын, кәрәклеген билдәләне. Улар Мәрхәмәтлек фонды менән бәйләнешкә инеп, оло рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.
Баймаҡ меценаттарына артабан да уңыштар теләйбеҙ, изге айҙа ҡылған изге ғәмәлдәре үҙҙәренә ҙур сауап булып әйләнеп ҡайтһын!
Фото: Гүзәл Сәлихова.