Сәләмәт булайыҡ
2 Мая 2021, 14:30

Хәл тотороҡло, әммә хәүефле

Һуңғы тәүлектең мәғлүмәттәре буйынса, вирус ҡорбандары тағы өсәүгә артты, республикала унан вафат булғандар 455-кә етте.

Яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса республика оператив штабы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторған өс ауырыу вафат булған. Шулай итеп, вирус ҡорбандары һаны республикала 455-кә етте.
Пандемия башланғандан алып вирусты эләктергәндәр һаны 35 571 тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә 97 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланды, 41 пациент һауыҡҡан.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә сирҙе 8 697 кешенең йоҡторғанлығы билдәле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 342 ауырыу вафат булған. Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко “Рәсәй-1” телеканалы программаһында әлегә коронавирус менән хәлдең көсөргәнешле булыуын, күҙәтеү аҫтында 300 меңдән ашыу ауырыу булыуын билдәләне. Май байрамдарын оҙайтыу тураһындағы ҡарарҙың юҡҡа түгеллеген, инфекция таралыу сылбырын өҙөү өсөн ҡабул ителгәнлеген әйтте.
Фото: ”Башинформ”.
Читайте нас