Сәләмәт булайыҡ
3 Май 2021, 14:00

Яҡташтарына – шәп бүләк!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Ауырғазы районында эш сәфәре менән булды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Ауырғазы районында эш сәфәре менән булды. Ул яҡташтарына 200-ҙән ашыу янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы бүләк итте.
Был ғәмәл "Атайсал" проектының “Һәр йортҡа - янғын иҫкәрткес” йүнәлеше нигеҙендә атҡарылды. Хәҙер ошо ҡоролмалар Мостафа ауылының һәр өйөндә бар. Шулай уҡ Яңы Мостафа һәм Һабансы ауылы кешеләренә лә бүләктәр тапшырылды.
Билдәле, "Һәр йортҡа - янғын иҫкәрткес" ғаиләләрҙе ут ҡурҡынысынан һаҡлауҙы күҙ уңында тота.
Башҡортостанда һуңғы дүрт йылда янғын иҫкәртеү ҡорамалы ярҙамында 500 тирәһе кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалынған, шуларҙың 221-е - балалар.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас