Сәләмәт булайыҡ
5 Май 2021, 11:50

Ҡаһарман табиптарҙы бүләкләнеләр

Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индергән республиканың бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәре юғары баһаға лайыҡ булды.

Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индергән, һөнәри бурысты үтәгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Указы менән
“Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденының II дәрәжә миҙалы менән республиканың түбәнге медицина хеҙмәткәрҙәре наградланды:
- Фәғилә Шамил ҡыҙы Бурхацкая, Өфөләге 5-се клиник дауахананың өлкән шәфҡәт туташы;
- Дамир Расфар улы Данъялов, Шишмә үҙәк район дауаханаһы табибы;
- Андрей Петрович Комаров, Өфөләге Дим районы ҡала клиник дауаханаһы табибы;
- Гөлвирә Гәрәй ҡыҙы Хәбибуллина, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы;
- Мозафар Ибраһим улы Хоҙайбирҙиев, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы кесе медицина хеҙмәткәре.
Лука Крымский миҙалы менән түбәндәгеләр наградланды:
- Татьяна Алексеевна Кучина, Өфөләге 13-сө клиник дауахананың бүлек мөдире;
- Наталья Александровна Родионова, Өфөләге Дим районы ҡала клиник дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы;
- Людмила Викторовна Солонина, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының баш белгесе.
“Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы” исеменә түбәндәге медицина хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды:
- Рәсил Рәсих улы Мораҙымов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се ҡала клиник дауаханаһының бүлек мөдире;
- Резеда Риф ҡыҙы Мусина, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһы табибы;
- Людмила Юрьевна Семавина, Республика клиник балалар дауаханаһының баш табип урынбаҫары.
Барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен юғары наградалар менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә уларға һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!
Фото: srgazeta.ru; Республика клиник балалар дауаханаһы сайты; геройҙың шәхси сәхифәһенән; vdvsn.ru; iarl.pro
Читайте нас