Бөйөк рус яҙыусыһы, әйткәндәй, һөнәре буйынса табип булған Антон Чеховтың ошондай һүҙҙәре бар: “Табип профессияһы – ҡаһарманлыҡ. Ул күңел һәм уйҙар таҙалығын талап итә. Яҡшы табип булыу өсөн әхлаҡи яҡтан камил, асыҡ аҡыллы һәм физик йәһәттән бөхтә булыу зарур”.
Һис шикһеҙ, был һүҙҙәр бөгөн дә көнүҙәк. Бигерәк тә медицина тармағындағы иң абруйлы, ҡатмарлы йүнәлештәрҙең береһе хаҡында фекер йөрөткәндә. Шулай итеп, бөгөнгө геройыбыҙ – баш ҡаланың “Ашығыс ярҙам” дауаханаһындағы эренле хирургия һәм колопроктология бүлеге белгесе, һәләтле, тәжрибәле хирургтарҙың береһе.
Хирург профессияһы – булмыш үҙенсәлегеме, әллә һөнәри белем һәм оҫталыҡ талап иткән ынтылыш сағылышымы? Һис шикһеҙ, үҙен хирургия тармағына бағышлаған кеше студент саҡтан уҡ кешеләрҙе дауалауҙы яратырға, һөнәренә тоғро һәм ныҡлы холоҡ-фиғелле булырға тейеш. Шулай итеп, һүҙ – Динар ФӘХРЕТДИНОВҠА.
“Яңы династияға нигеҙ һалабыҙ”
– Иң тәүҙә гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән таныштырып үт әле...
– Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек. Атайым Земфир Зәйнулла улы менән әсәйем Миңзәлә Сабир ҡыҙы – уҡытыусылар, оҙаҡ йылдар Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында мәғариф өлкәһендә фиҙакәр хеҙмәт күрһәткән хөрмәтле хеҙмәт ветерандары.
Бала саҡтан улар, беҙҙә белем алыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырып, һәләттәребеҙҙе үҫтереүгә көс һалды. Хеҙмәткә өйрәтте: ауыл ерендә ҡырылмаһа ҡырҡ эш ярылып ята, береһен дә яҙыҡ тимәнек, бәләкәйҙән яҡындарыбыҙға донъя мәшәҡәттәрен теүәлләргә ярҙам итеп үҫтек.
Медицина тармағы беҙҙең ғаилә өсөн – үҙенә күрә яңы күренеш, әммә табиптар династияһына нигеҙ һалдыҡ, тип әйтһәк, һис тә арттырыу булмаҫ.
Ауылда һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, артабан уҡыуымды Ишембай башҡорт гимназияһында дауам иттем. Һөнәр һайлауҙа юл башлаған, йүнәлеш күрһәткән кеше тип апайымды атар инем. Гүзәл Земфир ҡыҙы – тәжрибәле табип, Республика клиник балалар дауаханаһында бүлек мөдире, педиатр-невролог. Тап ул, минең биология һәм химия фәндәре менән ҡыҙыҡһыныуымды, уҡыуҙағы уңыштарымды күреп, Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инергә кәңәш бирҙе.
Әлеге ваҡытта ҡустым Алмас та Башҡортостан дәүләт медицина университетының өсөнсө курсында белем ала, ул да киләсәген медицина өлкәһенә арнарға ҡарар итте.
– Бала саҡтан уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә ниндәйҙер айырым ҡараш булды, тип әйтә алаһыңмы?
– Әлбиттә, үҫмер саҡта дауаханала, поликлиникала булырға тура килһә, аҡ халатлы табиптарға һоҡланыу һәм хөрмәт менән ҡарай инем. Улар буй етмәҫлек бейеклектә торған, кешеләрҙе ҡотҡарған, дауалаған бик тә хөрмәтле, яуаплы, даһи кешеләр булып тойола торғайны.
2003 йылда мәктәпте тамамлағас, хыялымды ғәмәлгә ашырыу өсөн медицина университетының дауалау факультетына килдем. Һайлаған һөнәремде яратып, ҡыҙыҡһынып, алты йыл белем алдым. Былай тип әйтеүем шунан: медицина тармағында осраҡлы кешеләр һирәк була, әгәр ҙә был һинең булмышыңа тап килмәй икән, унда белем алыуҙан фәтүә юҡ.
Һөнәри бүленеш осорона еткәс, мин күберәк ир-егеттәр өҫтөнлөк биргән юлды – хирургияны һайланым. Бының үтә яуаплы, ҡатмарлы өлкә икәнлеген аңлай инем. Остаздарыма рәхмәт: шиктәремде юйырға, үҙ-үҙемә ышанырға ярҙам иттеләр.
Шулай итеп, университетта алты йыл уҡығандан һуң, баш ҡаланың “Ашығыс ярҙам” дауаханаһындағы кафедрала интернатурала белемемде камиллаштырҙым. Шунда уҡ, эшкә ҡыҙыҡһыныуымды һәм уңыштарымды күреп, артабан клиник ординатура үтергә тәҡдим яһанылар.
Әйткәндәй, данлыҡлы табип, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Вил Мамил улы Тимербулатов етәкселегендә белемемде камиллаштырҙым, ғәмәли хирургия серҙәренә төшөндөм. Тап уның ышанысы, һөнәри ярҙамында профессиональ йәһәттән камиллашҡаным өсөн ғорурланам һәм уға рәхмәт әйтәм. Ул – остаз, өлгө, йүнәлеш биргән, тәжрибә уртаҡлашҡан абруйлы шәхес.
– Эшеңдең төп үҙенсәлектәрен нисек билдәләп була?
– Мин ғәмәли хирургия менән тиҫтә йылдан ашыу мәшғүл, йәғни төрлө операциялар яһайым. Бүлектең төп маҡсаты – кешеләргә ашығыс хирургия ярҙамы күрһәтеү. Пациенттар беҙҙең дауаханаға аппендицит, ҡыҫылған бүҫер, төрлө тән йәрәхәте, гангрена һәм башҡа диагноздар менән эләгә. Ниндәйҙер бәхетһеҙлек осрағы арҡаһында киҫелгән, сәнселгән яралар алған йә иһә, йәрәхәткә яра инеп, инфекция башланған кешеләр ҙә килә. Беҙ уларға кисекмәҫтән медицина ярҙамы күрһәтергә, ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалырға тейеш.
...Былтыр дауаханаға бик тә аяныслы хәлгә тарыған, йөрәгенә бысаҡ яраһы алған ирҙе килтерҙеләр. Әгәр ҙә ваҡытында бүлегебеҙгә эләкмәһә, 44 йәшлек ирҙең криминаль тарихы нимә менән бөтөрө көн кеүек асыҡ ине, әлбиттә. Мин дежур иткән ваҡытҡа тура килде, уны тиҙ арала операция өҫтәленә оҙаттыҡ. Ҡатмарлы һәм яуаплы хирургик ғәмәлде ассистентым, шәфҡәт туташы менән бергә уңышлы атҡарып сыҡтыҡ – ирҙең ғүмере ҡотҡарылды. Был эшемде юғары баһаланылар – һөнәри өлкәлә “Йыл операцияһы” номинацияһында билдәләнеләр, маҡтау грамотаһы бирҙеләр.
– Хирургия, ысынлап та, – ғәйәт ҡатмарлы, ауыр, яуаплы өлкә, табип өсөн йәшәү рәүеше, тип әйтер инем, шуға күрә бында осраҡлы кешеләр булмай – быныһы хәҡиҡәт.
Ғүмерҙең яртыһы, хатта артығырағы эштә үтә. Мәҫәлән, эш көнө 16 сәғәттә тамам булһа ла, операция бара икән йәки, ауырыуҙарҙың хәленә ҡарап, һин бер нисек тә дауахананы ташлап сығып китә алмайһың. Ашығыс осраҡтарҙа теләһә ҡайһы ваҡытта саҡыртып алыуҙары ихтимал. Унан тыш, тәүлек әйләнәһенә бүлектә дежурҙа булырға тура килә. “Ашығыс ярҙам” дауаханаһының үҙенсәлеге лә шунда: бында тәүлек әйләнәһенә кешеләргә төрлө медицина ярҙамы күрһәтәләр, шул иҫәптән беҙҙең хирургия бүлеге – иң интенсив, көсөргәнешле һәм яуаплы эшмәкәрлек алып барған йүнәлештәрҙең береһе. Ҡыҫҡаһы, ярайһы уҡ тынғыһыҙ тормошҡа ҡоролған.
Хирург кеше яҙмышы өсөн ниндәйҙер кимәлдә әхлаҡи яуаплылыҡ та кисерә, был тармаҡта ауыр эҙемтәләр ҙә күберәк була. Ҡорос нервылар, түҙемлелек, тыныслыҡ, ҡыйыулыҡ, хәлде контролдә тота белеү – бына ошо сифаттар беҙҙең һөнәр кешеһенә хас булырға тейеш.
– Бәлки, тап ошонан сығып, хирург һөнәрен, ғәҙәттә, ир-ат һайлайҙыр?
– Гүзәл заттар миңә үпкәләмәҫ: ысынлап та, хирург һөнәре – тәү сиратта ир-ат өсөн, тип әйтер инем. Беренсенән, көсөргәнеш ҙур. Икенсенән, тынғыһыҙ эш беренсе сиратта әсәләр, донъяуи мәшәҡәттәрен теүәлләргә тейешле ҡатын-ҡыҙ өсөн өҫтәмә бурыс булып ята. Беҙҙең бүлектә ҡулына скальпель алған ҡатын-ҡыҙҙар булды, әммә бер ни тиклем ваҡыттан улар көсөргәнеш түбәнерәк булған өлкәне һайланы.
Әлбиттә, кеше булмышына тәү сиратта шәфҡәтлелек, йәлләү, мәрхәмәтлелек кеүек сифаттар хас. Әммә һөнәри бурыс хис-тойғоно йүгәнләргә, хәл-ваҡиғаларға етдиерәк күҙлектән ҡарарға өйрәтә, булмышты сыныҡтыра. Әлбиттә, бәғзе осраҡтарҙа, ауыр һәм ҡатмарлы, оҙайлы
операцияларҙан һуң пациенттың яҙмышын уйлап, хәле хаҡында борсолоп йөрөйһөң. Йәшерәһе юҡ: кеше ғүмере – бик нескә төшөнсә. Шуға ла ҡайһы саҡта хеҙмәттәштәремә хәл белешеп шылтыратып алам, реанимацияға ла инеп сығам.
Әммә һәр эшләгән операция, һәр яҙмыш өсөн борсолоуҙарҙы күңелеңә яҡын ала башлаһаң, һәр ҡайһыһын йөрәк аша үткәрһәң, һөнәри йәһәттән яныу ҙа йыраҡ түгел. Беҙ ҙә бит кеше! Шуның өсөн ниндәйҙер кимәлдә үҙемдең кисерештәремде йүгәнләргә, сик ҡуйырға тырышам. Әммә битарафлыҡ булырға тейеш түгел.
– Иң тәүге яһаған операцияны иҫләйһеңме?
– Тәүге операцияға килгәндә, бер пациенттың аяғында атеросклероз арҡаһында гангрена башланып, уның бармағын ҡырҡырға тура килде. Операция уңышлы үтте, пациент һауығып ҡайтып китте.
Ғөмүмән, һәр операция – үҙенсә, оҡшаштары булмай. Һәр осраҡ үҙенсәлекле, кешеләрҙең организмы ла төрлөсә.
Күҙәтеүемдән сығып, ҡыҙыҡ ҡына һығымта яһаным: операцияларҙы төндә эшләйһеңме, көндөҙмө – хатта ошонда ла үҙенә күрә айырмаһы бар. Һис шикһеҙ, ҡояш яҡтыһында эште башҡарыу еңелерәк, сөнки тәбиғәт ҡануны буйынса төндә кешеләр, ғөмүмән, ял итергә, йоҡларға тейеш. Төндә тынғыһыҙ уйҙар ҙа күберәк була кеүек, әммә эш урынында уның һөҙөмтәһе һәр саҡ ыңғай булырға тейеш.
Хаталаныуҙан бер кем дә азат түгел
– Табиптар араһында төрлө ышаныуҙарға урын бармы?
– Эйе, беҙҙең һөнәр эйәләре араһында төрлө хөрәфәт-ырымдар йәшәй. Әммә бәғзе тормошсан хәҡиҡәттәрҙе лә инҡар итеп булмай: бер генә табип та, ниндәй генә алтын ҡуллы булмаһын, хаталаныуҙан, яңылышлыҡтан азат түгел, шул уҡ ваҡытта бер генә табип та эшен “пациентҡа зыян килтерәм” тип башҡармай. Киреһенсә, ул бар һөнәри оҫталығын, көсөн уның сәләмәтлеген һәм һаулығын ҡотҡарыуға бағышлай.
– Хирург хаҡында “Хоҙай биргән һәләт эйәһе” тип әйтергә мөмкинме?
– Һис шикһеҙ, ниндәйҙер юғары көс тарафынан бирелгән һөнәри һиҙемләү, профессиональ һәләт кеүек ғәмәлдәр табиптарға хас, әммә һәр медицина хеҙмәткәренең иңенә кеше ғүмере өсөн оло яуаплылыҡ йөкмәтелгәнен, шуға белем һәм һөнәри оҫталыҡ талап ителгәнен дә әйтеп үтергә кәрәк. Мин остаздарымдан уңдым. Үрҙә телгә алған арҙаҡлы табип Вил Тимербулатов, беҙҙең бүлек мөдире Джамал Мехдиев, “алтын ҡуллы” хирург Руслан Әхмәров – тәжрибәле, оҫта белгестәр, универсаль хирургтар. Улар менән бергә эшләү, тәжрибәләренә таяныу, һис шикһеҙ, беҙҙе, йәшерәк белгестәрҙе лә төрлө яҡлап үҫтерә, ышаныс һәм көс бирә.
Дауаханабыҙ ҙур: унда хирургия өлкәһендәге операциялар травматология, нейрохирургия, ҡан тамырҙары, урология, гинекология һәм башҡа бүлектәрҙә яһала. Беҙҙең эренле хирургия һәм колопроктология бүлегенең айырмаһы шунда: бында пландағы операциялар менән бер рәттән, ашығыстарын да башҡаралар. Бүлек һәр саҡ хәрәкәттә, абсцесс, гангрена, флегмона, перитонит кеүек диагноздар менән беҙгә төрлө йәштәге пациенттар килә.
– Һеҙҙең тармаҡта хәҙерге заман технологиялары нисек сағыла?
– Әлбиттә, медицина ҡаҙаныштары бер урында тормай, шул тиклем ҙур тиҙлек менән алға елә. Һуңғы йылдарҙа юғары технологиялы медицина ярҙамы һиҙелерлек үҫеш кисерҙе. Мәҫәлән, компьютер йә магнит-резонанс томографияһын бынан тиҫтә йыл самаһы үтеү үҙе бер бәлә була торған ине, сөнки махсус техника етешмәне. Хәҙер иһә был мөмкинлек һәр дауаханала бар, хатта райондарҙа ла – ҡәҙимге күренеш. УЗИ менән дә шул уҡ хәл. Әлбиттә, диагноз ҡуйыу йәһәтенән был ысулдар – иң мәғлүмәтлеләрҙең береһе, тимәк, табиптарҙың эшен дә тиҙләтә, еңеләйтә.
Унан тыш, хирургияла махсус рентген сараһы ҡулланыла, йәғни ҡан тамырҙарына тәғәйен шыйыҡса ебәрелә, контраст матдә ярҙамында пациенттың ағзаларындағы тайпылыштарҙы билдәләйҙәр. Ун йыл самаһы элек, гангрена диагнозы ҡуйылһа, ғәҙәттә, был осраҡ ампутациялау менән тамамланыр ине. Хәҙер иһә ошондай рентген ярҙамында зарарланған ҡан тамырҙарын билдәләп, уларға адреслы операция яһау мөмкинлеге бар.
Рентген-хирургтар шәкәр диабетынан, атеросклероздан яфаланған пациенттарҙың ҡан тамырҙарында окклюзия, йәғни үткәрмәүсәнлек процестарын асыҡлай икән, тап ошо урында, тромбтарҙы, атеросклероз өлөшсәләрен асып таҙарталар һәм һөҙөмтәлә ампутация яһалмай, ағза һаҡланып ҡала. Шулай уҡ хәҙерге хирургияла мини-инвазив ысулдар киң ҡулланыла. Лапароскопия ярҙамында аҙ йәрәхәтле операциялар уңышлы үткәрелә.
Эренле хирургияның дөйөм хирургиянан айырмаһы шунда: ғәҙәттә, беҙгә төрлө сирҙәрҙең ҡатмарлашҡан күренештәренә ҡаршы көрәшергә тура килә, хатта операцияларҙан һуң да ауыр эҙемтәләр була. Инфекциялар кешене һәр ерҙә һағалай, елһенеү процестары ла – таралған күренеш. Хроник сирҙәр арҡаһында, ауыр йәрәхәттәрҙән һуң оҙаҡ йүнәлмәгән насар яралар булыуы ихтимал, улар ҙа бәғзе осраҡта хирург ярҙамына мохтаж.
– Былтыр тотош донъяға ябырылған коронавирус пандемияһы эшегеҙҙә нисек сағылды?
– Дауахана былтыр “ковид-госпиталь” статусында эшләй башлау менән беҙ ҙә һөнәри йүнәлеште үҙгәрттек: инфекционист булып “ҡыҙыл зона”ла эшләнек. Биш айлыҡ һынау булды был беҙҙең өсөн. Медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡаһарманлығын, фиҙакәрлеген сағылдырған ҡатмарлы осорҙо үттек, яңы һөнәри тәжрибә тупланыҡ. Кешеләрҙе ҡәһәрле вирустан йолоп ҡала алыуыбыҙға ла шатланам. Әйтергә кәрәк, ошо арауыҡта мине был алама сир урап үтте, ә хеҙмәттәштәремдең 90 проценты тиерлек коронавирус менән сирләне.
Әммә яҙмыш менән шаярырға ярамай: вакцина Башҡортостанға килеү менән, уның ике компонентын да эшләттем, бер ниндәй эҙемтәһеҙ, еңел үткәрҙем. Хәҙер үҙемде күпкә хәүефһеҙерәк тоям.
Ғөмүмән, пандемия беҙҙе күп кенә тормош ҡиммәттәрен ҡабаттан баһаларға, һаулыҡ, именлек, ғаилә төшөнсәләренә, яҡындарыбыҙға бүтән күҙлектән бағырға, уларҙы юғарыраҡ баһаларға өйрәтте.
– Әйткәндәй, тынғыһыҙ хеҙмәтеңде аңлап, һине илһамландырып торған ғаиләң хаҡында ла кәлимә һүҙ әйтеп үтһәңсе.
– Ҡатыным Альбина Айҙар ҡыҙы ла – медицина хеҙмәткәре, ул – офтальмолог, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. Бер тармаҡта эшләгәнгәме, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ, һөнәри бәхәс, ҡәнәғәтһеҙлек кеүек күренештәр беҙгә бөтөнләй ситен. Киреһенсә, профессиональ үҫеш юлында бер-беребеҙгә терәк һәм ярҙамсы булырға тырышабыҙ. Асҡар исемле ул үҫтерәбеҙ, әле балалар баҡсаһына йөрөй.
Буш ваҡытыбыҙ булһа, мотлаҡ шул сәғәттәрҙе бергә үткәрергә тырышабыҙ, ҡыҙыҡлы урындарға барабыҙ, яңы тәьҫораттар эҙләйбеҙ. Бассейнға барам, улым менән саф һауала йөрөргә яратам. Ҡышын мотлаҡ тау саңғыһында шыуырға юлланабыҙ: Яҡтыкүлдә, Абҙаҡта, Стәрлетамаҡта һәм башҡа урындарҙа бына тигән тау трассалары бар. Йәйен Бөрйән, Белорет райондарының күркәм урындарын ҡабат-ҡабат йөрөп сығабыҙ. Унан тыш, икебеҙ ҙә сәйәхәт итергә яратабыҙ: пандемияға тиклем төрлө илдәрҙе күреп килдек. Алда тағы ла ундай мөмкинлектәр булыр, тип ышанам.
Был да – тормош тәжрибәһе, ҡараштар даирәһен киңәйтеү ысулы. Бынан тыш, тыуған ауылыма, атайым һәм әсәйем янына ҡайтыу, улар менән бергәләп донъя мәшәҡәттәрен теүәлләшеү ҙә минең өсөн иң ҙур илһам сығанағы булып тора. Йәй еткәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алам, рәхәтләнеп бесән эшләшәм, мал ҡарашам, ихаталағы бөтмәҫ эштәрҙе башҡарып, күңел ялы кисерәм. Эшемдәге арыу-талыуҙарым һыпырып алғандай юҡ була шул саҡта. Нисек кенә булмаһын, ҙур мегаполистың уртаһында ҡайнап йәшәһәм дә, бар булмышым, фиғелем менән тыуған еремдең тәбиғәтенә, уның көс-ҡеүәтенә, матурлығына мөкиббән ғашиҡ ябай ауыл малайы булып ҡалам.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!