Сәләмәт булайыҡ
7 Май 2021, 06:35

Ауырыуҙан йүнәлергә һике ярҙам иткән

“Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Сәләмәт булығыҙ” төркөмөнә Сания Юнысова исемле ханым үҙенең нисек итеп баш ауыртыуынан ҡотолоуы тураһында яҙып ебәргән.

“Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Сәләмәт булығыҙ” төркөмөнә Сания Юнысова исемле ханым үҙенең нисек итеп баш ауыртыуынан ҡотолоуы тураһында яҙып ебәргән.


“Ауырымаҫ өсөн 101 кәңәш” гәзитенең бер һанында артист ханымдың “һикелә (урындыҡта) йоҡлап остеохондрозды дауаланым” тип яҙғанын уҡығайным. Шунан иремдән тиҙ арала һике эшләттем. Ул шундай уңайлы булып сыҡты. Бер-ике төн генә йүнләп йоҡлай алманым. Унан өйрәндем, урынымды бер кемгә лә бирмәнем. Башым ауыртыуға сыҙай алмай тәгәрәп йөрөгән көндәрем артта ҡалды. Мин һике яһатҡанда “йүләр” тип көлгән кешеләрҙең дә өйҙәрендә хәҙер икешәр һике бар.
Бына шулай юҡ ҡына нәмәләрҙән дә шифа табып була икән. Беҙҙең ата-бабалар башлы булған бит. Хәҙер ни йомшаҡта ғына йоҡлайбыҙ, яҡшынан-яҡшыны кейәбеҙ, тәмленән-тәмлене ашайбыҙ – бөтәбеҙ ҙә сирле.
Бер әбейебеҙ һөйләй торғайны. Уларҙың күршеләрендә бай ғаилә йәшәгән. “Нимә ашайҙар икән тип, тәғәмләнгән ваҡытҡа туралап инһәң, өҫтәлдәрендә “тәгәрәткән” бәрәңге булыр ине. Китаптарҙа яҙылғанса, ауыҙҙарынан май аҡҡанын бер ҙә күргәнем булманы”, – тигәйне. Ә беҙ йылына бер тапҡыр ашаһаҡ ашайбыҙ “мундир” бәрәңгене. Элегерәк дауаханала ятҡанда йөрәге ауырыу булған сирлеләргә ошолай ҡабығы менән бешерелгән бәрәңге бирәләр ине бит.
Әллә ниҙәр яҙған был тип ғәйеп итмәгеҙ, көлмәгеҙ. Һике менән бәрәңгенән дә шифа табып була икән, тип кенә әйтергә теләгән инем”.
Читайте нас