Йыл һайын яҙ илебеҙҙә Милли донор көнө билдәләнә. Тәү ҡарамаҡҡа, был тар йүнәлешле тойолған иҫтәлекле көн – асылда иҫ киткес әһәмиәтле һәм мөһим дата: тәүге сиратта, һүҙ кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн яһалған фиҙакәр аҙым хаҡында бара.
Донъяла һәр минут, һәр секунд һайын ҡатмарлы операциялар яһала, төрлө ауыр хәлдәргә тарыған, насар сирҙәргә юлыҡҡан кешеләргә ҡан талап ителә. Ҡан һәм уның компоненттарын ҡулланыу иһә йыл һайын миллионлаған кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу мөмкинлеген бирә.
Былтыр, коронавирус пандемияһы башланғас, Рәсәйҙәге бер нисә СOVID-19 үҙәгендә ошо ҡәһәрле ауырыуҙы йоҡторғандарға антиесемдәр булған плазманы (бығаса коронавирус менән сирләгәндәрҙән алына) файҙаланып, пациенттарҙы һауыҡтырыу ысулын ҡуллана башланылар, клиник һынау осоронда плазма терапияһын ҡаты ауырыған егерме меңдән ашыу кеше алды.
Һис шикһеҙ, йылдан-йыл был йүнәлештәге фән үҫешә, донор ҡаны алыу алымдары ла камиллаша. Шул уҡ ваҡытта донор булыу, мохтаждар ихтыяжы өсөн ҡан биреү күренеше әүәлгесә абруйлы, хөрмәтле ғәмәл булып ҡала. Бигерәк тә, пандемия шарттарында ҡан биреү төшөнсәһе айырым бер мәғәнәгә эйә булды: был хаҡта күптән түгел Өфөлә үткән XIII Бөтә Рәсәй Ҡан хеҙмәте форумында ла күп әйтелде. Белгестәр билдәләүенсә, 2020 йыл Ҡан хеҙмәте өсөн дә оло һынау осоро булған. Бихисап илдәрҙә ҡан һәм ҡан компоненттары менән тәьмин итеү күрһәткестәре ҡырҡа кәмегән, был бик ауыр эҙемтәләргә килтергән. Ҡан бәғзе илдәрҙә дефицитҡа әүерелгән. Әммә Рәсәйҙә түгел: донорлыҡ эшен йәйелдереүгә федераль һәм төбәк институттары, ирекмәндәр, йәмәғәтселәр, ведомстволар һәм башҡа көстәр ҡушылғас, беҙҙең илдә ҡан һәм ҡан компоненттарына ихтыяж тулыһынса ҡәнәғәтләндерелгән һәм ҡәнәғәтләндерелә килә.
Бөгөнгө яҙмала иһә ҡан биреү кеүек ҡаһарман аҙымға йөрьәт итергә йыйынған, әммә ҡайһы бер нескәлектәрҙе белмәгән кешеләр өсөн мәғлүмәт тупланыҡ.
Почетлы донор булырға теләһәгеҙ
Рәсәйҙә 18 йәше тулған һәр граждан ҡан доноры була ала. Уның ауырлығы 50 килограмдан да түбән булмаҫҡа тейеш.
Вируслы гепатит үткәргән, ВИЧ-инфекция буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләр донор була алмай.
“Почетлы донор” исемен алыу өсөн 40 тапҡыр һәм унан да күберәк бушлай ҡан йәки 60 һәм унан күберәк тапҡыр плазма тапшырырға кәрәк.
Рәсәйҙең Почетлы донорына түбәндәге ташламалар бар:
* йыл һайын 15 109,46 һум күләмендә аҡса түләнә;
* йыл һайын алынған түләүле отпуск теләгән ваҡытта бирелә;
* ике көн ял алыу хоҡуғы бар (ҡан тапшырған һәм унан һуң килгән көндәр);
* дәүләт дауаханаларында һәм поликлиникаларында мотлаҡ медицина страховкаһы полисы буйынса сиратһыҙ дауаланырға була;
* эш йәки уҡыу урыны буйынса шифаханаға льготалы юлламалар;
* туҡланыу өсөн 530 һум күләмендәге компенсация.
* Бер көн алдан һәм ҡан тапшырған көндә диета тоторға кәрәк: рационда майлы, ҡыҙҙырылған, әсе, ыҫланған, һөт продукттары булмаҫҡа тейеш.
* 48 сәғәт алдан алкоголь ҡулланмаҫҡа.
* Донацияға 72 сәғәт ҡалғас, анальгетиктар һәм аспирин ҡабул итмәҫкә (улар ҡандың ҡуйырыу сифатын түбәнәйтә).
* Ас килеш ҡан тапшырырға ярамай. Тапшырған көндә – майлы булмаған углеводлы иртәнге аш кәңәш ителә (һыуҙа бешерелгән бутҡа, ҡоро печенье) һәм күп итеп шыйыҡса эсеү зарур (шәрбәтле сәй).
* Үҙегеҙҙе насар тояһығыҙ икән, ҡан тапшырырға ярамай. Һүҙ өшөү, баш әйләнеү, баш ауыртыу, хәлһеҙлек тураһында бара.
* Ҡан тапшырыу процедураһынан һуң ауыр физик һәм спорт көсөргәнештәренән, ауыр күтәреүҙән (шул иҫәптән тауарҙар менән сумкаларҙы ла) баш тартыу зарур. Ҡан тапшырылған көн үткәнсе ошо кәңәште тотоғоҙ.
* Ҡан тапшырғандан һуң ике тәүлек тулы һәм даими туҡланыу, көнөнә ике литрҙан да аҙыраҡ булмаған күләмдә шыйыҡса эсеү (һуттар, ҡаты булмаған сәй) фарыз. Алкоголь кәңәш ителмәй.
* Ҡан баҫымын яйлар өсөн донор шоколад, ҡәһүә, гематоген кеүек ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә тейеш.
Ҡан тапшырыуҙың интервалдары хаҡында
Донорҙың ҡан тапшырыу арауыҡтарын билдәләгән ҡағиҙәләр бар. Улар донорлыҡтың төрөнә ҡарап билдәләнә.
* Ҡанды 60 көнгә бер тапҡырҙан йышыраҡ тапшырырға ярамай.
* Ир-аттар ҡанды йылына биш тапҡырҙан артығыраҡ тапшыра алмай, ҡатын-ҡыҙҙар – дүрт тапҡыр.
* Ҡан тапшырғандан һуң 30 көн үткәс, плазма тапшырырға мөмкин.
* Плазма һәм ҡан компоненттарын ҡабаттан тапшырыу 14 көндән һуң рөхсәт ителә.
* Ҡанды йоҡоһоҙ төндән һуң тапшырырға ярамай.
Лира БАТЫРГӘРӘЕВА, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Йәйғор” район-ара ижтимағи-сәйәси гәзитенең баш мөхәррире:
– 2013 йылдың апрель айында булды был хәл. Ул саҡта мин Благовещен ҡалаһындағы “Панорама” гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын башҡара инем.
Коллективта аҙашым, шулай уҡ Лира исемле ханымдың ире ҡапыл ғына ауыр сирләп китте, уны ҡотҡарыу өсөн ҡан талап ителгәне мәғлүм булды. Беҙ битараф ҡала алманыҡ, йыйылышып ҡан тапшырырға барҙыҡ.
Шул мәлдән мин ошо әһәмиәтле һәм изге эшкә ылығып киттем. Дөрөҫөн әйткәндә, башта уҡ үҙемдә ниндәйҙер яуаплылыҡ, намыҫ бурысы тойҙом, шуға күрә был ғәмәлгә хатта бер ни тиклем ашҡынып тотондом. Әлбиттә, тәүҙә төрлө уйҙар-икеләнеүҙәр ҙә булманы түгел: медицина тикшереүен үтерменме, анализдарым ниндәй, ҡан алыу процесын кисерә алырмынмы һәм башҡалар...
Шөкөр, барыһы ла яҡшы булды, мине донорлыҡҡа яраҡлы тип таптылар. Ҡан тапшырғас, үҙемде еңел тоям, әхлаҡи яҡтан да ҙур ҡәнәғәтлек кисерәм. Үлем һәм йәшәү араһында ҡалған йәки ауыр сирле мохтаж кешегә ҡаным менән ярҙам итә алғанды тойоу, ғөмүмән, күңелемдә рәхәтлек, ғорурлыҡ тойғолары уята. Ошо мин тапшырған ҡан кемгәлер бик кәрәк булып, әгәр уны ваҡытында ҡойһалар, шул кеше аяҡҡа баҫып китһә, ошо матур донъяла йәшәйешен дауам итһә, ни тиклем шәп, тигән уйҙар менән ҡайтам.
Унан тағы ике ай үткәнен көтәм: мотлаҡ ҡан бирәсәкмен, тигән маҡсат ниндәйҙер дәрт-дарман бирә.
Күптән түгел тағы, йәғни 26-сы тапҡыр ҡан тапшырҙым. Баш ҡаланың Батыр урамында урынлашҡан Ҡан ҡойоу станцияһы хеҙмәткәрҙәрен бик оҡшатып ҡайттым. Танып торалар, улар тарафынан итәғәтле, ипле мөғәмәлә лә күңелде күтәрә. Шул тиклем фиҙакәр булмышлы, ихлас һөнәр оҫталары эшләй Ҡан ҡойоу станцияһында! Улар бар эшен еренә еткереп башҡара.
Заманса йыһазландырылған учреждение, уңайлы ҡорамалдар, электрон сират, таҙалыҡ, бөхтәлек – быларҙың барыһы ла кәйефте күтәрә. Коллектив татыу, етәкселәренән бик ҡәнәғәт.
Әйткәндәй, ҡанды күпселек осраҡта ир-ат тапшыра. Мин иһә үҙемә һүҙ бирҙем: хәлемдән килгәндә ҡан тапшырыуҙы дауам итәсәкмен. Организмдағы физик еңеллек менән бер рәттән, рухи күтәренкелек тә кисерәм, кем өсөндөр бик кәрәкле эш башҡара алыуыма шатланам. Кешегә лә ярҙам, миңә лә яҡшы: халыҡ мәҡәлендәгесә, “изгелек ерҙә ятып ҡалмай” тигән хәҡиҡәткә инанам...
Республика ҡан биреү станцияһы Өфө ҡалаһының Батыр урамында, 41/1-се йортта урынлашҡан.
Донорҙарға ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән түбәндәге һылтанмалар буйынса Ҡан хеҙмәтенең социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә лә танышырға мөмкин: