Һөйәл үләненең файҙаһы тураһында күп һөйләйҙәр. Әммә, самаһын белмәһәң, ул ағыулы ла, тиҙәр. Татарстан журналисы Хәмиҙә Ғарипова, Аҡтаныш районынан Бриллиант исемле әбей менән осраҡлы рәүештә танышып, ошо үләнгә бәйле фәһемле яҙмалары менән бүлешкән.
“Мин белгән рецептҡа ярашлы, ярты литр араҡы ике өлөшкә бүленә, тәүҙә шуның 150 грамы ярты литрлы банкаға тыңҡыслап төйөп тултырылған үлән өҫтөнә ҡойола, ике аҙна төнәткәндән һуң, һығып алынған 150 грамм (!) дарыулы шыйыҡлыҡҡа ҡалған өлөшө өҫтәлә, тип яҙылған ине.
Дарыуҙы башҡаса яһаусылар ҙа бар. Өс литрлы быяла банкаға сөйәл үләнен тығыҙлап тултырып, шуға ярты литр араҡы һалып, 20 көн төнәтеп, тамсылар һанын 1-ҙән башлап 40-ҡа тиклем арттыра барып, 41-се көндән башлап көн һайын берәр тамсы кәметеп эсеп дауаланыусылар бар икән.
Яҙмам геройы, берәр ай ял итеп, өс курс эскәс, тулыһынса йүнәлгән. Ул көнгә бер сәй ҡалағы төнәтмәне ярты стакан ҡайнаған йылы һыуға һалып, ас ҡарынға эскән булған. Балтастағы бер танышым өс литрлыҡ банкала төнәткән спиртлы үлән шыйыҡсаһын көн һайын бер сәй ҡалағы күләмендә (өсәр айлыҡ өс тәнәфес яһап) эсеп, тамағындағы шештән ҡотолоуы тураһында һөйләне. Шулай ҙа был – ағыулы үлән, табиптар менән кәңәшләшмәйенсә ҡулланыу ярамайҙыр, тигән фекерҙә ҡалам.
Бриллиант әбей менән осрашыуыбыҙ шулайыраҡ булды: май башында баҡсаға йөрөткән рейс автобусын көтөп торғанда, яныбыҙға бәләкәй буйлы, йыйнаҡ кәүҙәле, йылтыр ҡара күҙле, ҡарап тороуға 70 йәштәр тирәһендәге бер әбей килеп баҫты. Ҡул арбаһы тартып етеҙ атлап килгәнгә, бит остары йәш ҡыҙҙарҙыҡылай алһыуланып сыҡҡан, көләс йөҙөнән нур балҡый ине уның.
Автобусты бик оҙаҡ көттөк, ул арала һүҙсән әбекәй, үҙ башынан үткән ғибрәтле хәлде һөйләп, шаҡ ҡатырҙы.
“80 йәшем тулырға өс кенә көн ҡалды инде, – тип башланы ул һүҙен. – Япа-яңғыҙ ҡарсыҡ мин. Ҡартым мәрхүм. Ире ташлап сығып киткәс, берҙән-бер ҡыҙым эсеп әрәм булды. Ейәнем Мәскәүҙә университетта юрист һөнәренә уҡый. Шул өмөт йондоҙома аҙ булһа ла булышайым тип, баҡсамды һис кенә лә ташлағым килмәй әле. Хәрәкәттә – бәрәкәт бит. Баҡсам ғүмеремде оҙайта, сирләргә ирек бирмәй.
Сер итеп кенә һөйләйем, бынан егерме йыл элек үлә яҙҙым, бик ныҡ шешендем. Бауырым эшлектән сығып, бөтә еремә һары һыу тулған ине, табиптар яман сир тапты. Операция яһарға һуң инде, сирең аҙған, дүртенсе стадияла тип, Кремль янындағы дауахананан кире борҙолар.
Ҡыҙыма: “Әсәйеңдең, күп булһа, бер айлыҡ ғүмере ҡалған, көслө дарыуҙарҙан өҙмәгеҙ, хәле насарайһа, “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ, һыҙланыуын баҫа торған наркотиклы укол һалып китерҙәр”, – тип әйткәндәр.
Һай, ул көндәр… Аяғыма баҫырға хәлем юҡ, нимә ашаһам да ҡоҫам, һыу эсәм дә һыу эсәм, сөнки бөтә эсем яна, баҡа кеүек күбендем. Яҡындарым ҡайғыра, тик ярҙам итә генә алмайҙар.
Шул яҙҙа кейәүебеҙ баҡсасылыҡ ширҡәтенән дача һатып алды. Ялға ҡаршы өйҙә үҙемде генә ҡалдыра алмағанға күрә, мине лә үҙҙәре менән алып барырға мәжбүр булдылар. Ҡыҙым: “Әсәй, саф һауа һулап, сәскәләрҙе еҫкәп ҡайтырһың, күңелең күтәрелер”, – тине.
Килеп еттек баҡсаға. Кейәү, алмағас күләгәһенә балаҫ йәйеп, мине шунда күтәреп сығарып ултыртты. Баҡса шау сәскәлә, көн аяҙ, донъя йәмле, ә үҙем ҡара ҡайғыла: һуңғы һулышым өҙөлөргә күп ҡалмағанлығын самалайым… Сараһыҙҙан күҙ йәштәрем аҡты. Ни хәл итәйем, тороп йөрөргә хәлем булмағас, күҙле бүкән кеүек ултырам шулай. Әйләнә-тирәмде ҡаплап алған һап-һары сәскәле бейек үләндә бал ҡорттары безелдәшкәнен күҙәтәм.
Шул ваҡыт ҡапҡабыҙҙан аҡ яулыҡлы, 50-55 йәштәр самаһындағы һөйкөмлө генә бер ҡатын инде. Балаларыма баҡсаһын һатҡан элекке хужабикә Сәғдәнә булып сыҡты ул. Ҡыҙымдан рөхсәт һорап, әлеге һары сәскәләрҙе ҡайсы менән киҫеп, кескәй кәрзиненә тултыра башланы.
– Ғәйеп итмәгеҙ инде, йәме, бер аҙ ғына йыям, һеҙгә лә ҡалдырам, — тине ул. – Мең төрлө сирҙән ҡотҡарыусы хикмәтле ҡанлы үлән бит был. Сәскә-һабаҡтарын май айында йыйһаң, айырыуса файҙалы. Араҡыға һалып төнәтеп, бик шифалы дарыу яһап ҡуям мин унан. Күптән унһыҙ тора алмайым. Тешем һыҙлай башлаһа, уртым шешеп сыҡһа, шуның менән ауыҙ сайҡайым. Берәй еремә шешек сыҡһа, шуның төнәтмәһен ябам.
Шештәрҙе бик һәйбәт һура ул. Баҡсала эшләгәндә ҡулым йәрәхәтләнһә, сей үләнде һығып, һыуын яраға тамыҙам. Йод һымаҡ яндырып ала ла, киҫелгән ереңдең төҙәлгәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Аяҡ-ҡулдарҙағы сөйәлдәрҙе, тире аҫтындағы ҙур төйөрҙәрҙе, тәндән ҡабарып торған миңдәрҙе лә бөтөрә ул. Бынан өс йыл элек иремдә яман шеш тапҡандар ине. Ошо дарыуҙы тамсылап эсереп, ашҡаҙаны менән үңәсендәге шешенән ҡотҡарҙым. Табиптарға барып күренгәс, иҫтәре китте. Сирҙең эҙе лә ҡалмаған! Аллаға шөкөр, ирем хәҙер иҫән-һау. Терелгәс, йүгереп кенә йөрөй. Балалар ҙа, үҙем дә һөйөнөп бөтә алмайбыҙ.
Был ҡатынды шаҡ ҡатып тыңланым. Унан ҡыҙымдан шул дарыу үләнен йыйып, төнәтмә яһауын үтендем. Нисек эсергә кәрәклеген теге ҡатын өйрәтеп ҡалдырҙы. Ҡырҡ көн эскәс, тәнәфес яһап алдым. Ағыулы үлән башта ҡоҫторҙо. Тик мин дауаланыуҙан туҡтаманым. Аҡрынлап аяҡ-ҡулдарымдағы, ҡорһағымдағы, битемдәге шештәрем ҡайта башланы. Эсемдең ауыртыуы баҫыла төштө. Шешенгәс, әйтһәң, кеше ышанмаҫ, кәүҙәм 96 килограмға еткән ине, ә һау саҡтағы ауырлығым һимеҙ һарыҡ түшкәһенән артыҡ түгелдер, билләһи. Шештәрем бөткәс, шыр һөйәккә ҡалдым, тирем буш ҡапсыҡ кеүек һалынып төштө. Ҡарасҡыға әйләндем, танауым ғына тороп ҡалды, күҙҙәр эскә батты.
Уныһы нимә ул, иң мөһиме – тотош һыҙланыуҙан туҡтаным. Аҡрынлап тамаҡтан ризыҡ үтә башланы. Эскә бер аҙ йылы инде, тырнаҡ осо ҡәҙәр генә булһа ла йәшәүгә өмөт уянды. “Әллә ҡот осҡос яман сирҙе еңеп сығып киләмме икән?” – тим. Баҡсамдағы хикмәтле үлән ваҡытһыҙ үлемдән тәки алып ҡалды бит мине! Яңынан аяҡҡа баҫырмын, һикһәнгә етермен тип кем уйлаған!”
...Бына шуларҙы һөйләне миңә осраҡлы юлдаш әбей. Уны үлемдән сөйәл үләне алып ҡалған булып сыҡты”.
Мәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡанлы үлән, сөйәл (һөйәл) үләне (руссаһы чистотел, бородавник) – күп йыллыҡ ағыулы үҫемлек. Бейеклеге бер метрға етә. Май-август айҙарында һары сәскә ата, июль-октябрҙә орлоғо өлгөрә. Сәскәһенең һутлы шыйыҡсаһында физиологик әүҙем алколоидтар, каротин, аскорбин кислотаһы бар. Бына шуның менән тәндәге сөйәлдәрҙе, йәрәхәттәрҙе, тире ауырыуҙарын бөтөрә. Был үләнде киптерһәң, уның һутлы шыйыҡсаһы кибеп юҡҡа сыға. Шуға күрә халыҡ медицинаһында уның төнәтмәһен яһайҙар. Төнәтмә бауыр һәм үт ҡыуығы ауыртҡанда ыңғай һөҙөмтә бирә. Әммә үләндәге алколоидтар бик ағыулы, компоненттарҙың һеҙгә медицина күрһәтмәләре буйынса ярамауы ла бар, шуға уны һеҙҙе дауалаған табип менән кәңәшләшмәйенсә ҡулланыу тыйыла.