Сәләмәт булайыҡ
7 Май 2021, 06:33

“Ҡырҡтырырға рөхсәт бирмәнем”

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә үҙен “Зәйнәб апайығыҙ” тип танытҡан ҡатын һалам һыуының файҙаһы тураһында үҙ башынан үткән миҫалды бәйән иткән.

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә үҙен “Зәйнәб апайығыҙ” тип танытҡан ҡатын һалам һыуының файҙаһы тураһында үҙ башынан үткән миҫалды бәйән иткән.


“Улыма 12 йәш тирә­һендә кинәт аяғы һыҙларға тотондо. Малай кеше бит, йүге­рергә-һикерергә ярата ине. Күрәһең, һөйәктә­ренә зыян килгән. Ауырыуының сәбәбен белә алманыҡ.
Улымды дауаха­наға алып барҙым. Ҡуйған диагноздарын теүәл хәтерләмә­йем, һөйәктәре серей башлаған, тинеләр. Тиҙҙән аяҡҡа ла баҫа алмай ине инде. Уны байтаҡ ҡына күтәреп йөрөтөргә тура килде. Буй еткергән улымдың урын өҫтөндә ятыуын күреп, йөрәгем өҙгөләнде.
Бер килеүемә улым илап, шешенеп бөт­кәйне. Нимә булған тиһәм, уға операция яһарға йыйыналар икән. Табиптар аяғын ҡырҡырға кәрәк тигән ҡарарға килгән. Улымдың хәлен күреп, ҡырҡты­рырға ризалыҡ бирмәнем. Операциянан баш тартҡас, беҙҙе ҡайтарып ебәрҙеләр.
Бала өйҙә атлап йөрөй алмай, дауалап та булмай, аяғы һыҙлай.

Ауылдағы бер әбейгә саҙаҡа бирергә ингәс, улыңды һалам һыуына ултыртып ҡара әле, тип кәңәш итте ул. Асыҡ йәрә­хәттәре булһа ла, тәүәккәлләнек. Ирем менән икәү улыбыҙҙы сәғәттәр буйы һалам һыуына ултырта инек. Доғалар уҡыуымды ла туҡтатманым. Гел Аллаһтан ярҙам көттөм. Ни хикмәт. Улымдың аяғындағы йәрәхәттәр әкренләп йүнәлә башланы. Ул тора-бара аяҡҡа баҫты. Башта таяҡҡа таянып, һуңынан унһыҙ йөрөргә өйрәнде.
Ҡабат дауаханаға барғас, быны күреп, табиптар шаҡ ҡатты. “Ни эшләттегеҙ улығыҙҙы?” – тип ғәжәпләнделәр. Башта ҡурҡтыҡ, дөрөҫөн әйтергә ҡыйманыҡ. Унан анализдары яҡшы икәнен белгәс, барыһын да һөйләп бирҙек. Баҡһаң, улымдың һөйәктәре нығып, үҫә башлаған икән. Һалам һыуының да файҙаһы булғандыр. Әммә баламды аяҡҡа баҫтырыусы тип Аллаһ Тәғәләне һанайым. Теге юлы аяғын киҫәбеҙ тигәндә, ул миңә дөрөҫ юл күрһәтте бит.
Улым өйләнде. Оҙаҡ йылдар троллейбус йөрөтөүсе булып эшләне. Әле хаҡлы ялда, ҡатыны, ике балаһы, ейәндәре бар. Шөкөр, аяҡтары һыҙлап борсоғаны юҡ”.
Читайте нас