Республиканың оператив штабы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 94-кә артҡан. Шулай итеп, пандемия осоронда барлығы 36 136 кешенең вирусты эләктереүе билдәле булды. Тәүлек эсендә 112 пациент һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт ауырыуға табиптар ярҙам итә алмаған. Вирус ҡорбандары һаны 468-гә етте.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирусты йоҡтороуҙың 8 329 осрағы асыҡланған, 370 ауырыу вафат булған. Йәй һәм көҙ айҙарында вирустың “холҡо” ҡайһы яҡҡа үҙгәрер? Был хаҡта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкиле Мелита Вуйнович фекерен белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, хәл бер аҙ тотороҡланған осорҙа, үҙҙәрен “хәүефһеҙлектә” тип иҫәпләгән илдәрҙә вирустың ҡабаттан ҡотороуы билдәле. Был тәжрибәне иҫтә тотоп, социаль дистанция, ябыҡ биналар эсендә битлекте дөрөҫ кейеү, торлаҡтарҙы елләтеү, гигиена сараларын теүәл үтәү, хатта халыҡты вакцинацияға йәлеп итеү тейешле кимәлгә еткәс тә, көнүҙәклеген юғалтмаясаҡ, тине ул. Республикала Британия штаммы табылыуын да иҫкә төшөрәйек. Шуға күрә уяулыҡты һаҡларға, ваҡытында вакцина яһатырға онотмайыҡ. 6 майға республикала 186 426 кешенең вакцинаның ике компонентын да яһатыуы билдәле.