Ғалимдар ҡан төркөмө менән алкоголизмға ылығыу араһында бәйләнеш бар, тип белдерә.
Американың бер төркөм фән белгестәре ошо йәһәттән америкалылар һәм япондар араһында тикшеренеүҙәр үткәргән. Асыҡланыуынса, алкоголизмдан яфаланған кешеләрҙең күбеһенең ҡаны II төркөмгә ҡарай икән. Белгестәр уларға сама менән ҡыҙыл шарап ҡына ҡулланырға кәңәш итә: был саҡта организмға алкоголь яһаған эҙемтәләр аяныслы булмаҫ, ә сама белеп кенә ҡулланған эсемлек холестерин төйөнсәләрен юҡҡа сығарырға һәм эсәк-ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшыртырға булышлыҡ итер, тип дәлилләй улар.
Табип-диетолог Ольга Шмелева фекеренсә, ғөмүмән, аҡ һәм ҡыҙыл шәкәрһеҙ шараптар түбән калориялы булғанға, улар организмға башҡа иҫерткес эсемлектәр ише ҡаҡшатҡыс тәьҫир яһамай. Әлбиттә, сама белгәндә!
Һис шикһеҙ, белгестәрҙең был фекере хәҡиҡәт түгел, һәм һәр кем үҙ һаулығы өсөн үҙе яуап бирә, ә алкоголле эсемлектәр менән мауығыу – туранан-тура упҡынға юл икәнлеген һәр кем белә.
Ҡандары I төркөмгә ҡараған кешеләр иһә алкоголле эсемлектәр ҡулланыуға ҡарата иң тотороҡло һәм тотанаҡлы кешеләр булып сыҡҡан.
Эскелек менән мауығыуҙың сәбәптәрен асыҡларға тырышҡан ғалимдар шуны ла билдәләгән: ҡан төркөмө һәм алкоголь менән мауығыу араһындағы бәйләнешкә бөйөр өҫтө биҙҙәре эшмәкәрлеге тәьҫир итеүе ихтимал, сөнки тап улар организмдағы глюкоза миҡдарын билдәләй. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, организм шәкәр дефицитын тойһа, төпкө аң менән ошоно компенсацияларға маташа һәм кеше үҙе лә һиҙмәҫтән алкоголле эсемлеккә үрелә. Унан тыш, стресс кисереү ҙә алкоголизмға килтереүе бар.
Күптән түгел иһә Швеция ғалимдары, алкоголдән бөтөнләй баш тартыу кеше ғүмерен 28 йылға оҙайтыуы ихтимал, тип белдергән. Бындай һығымтаны улар Швеция, Дания, Финляндияла йәшәгән эскеселәрҙең йәшәйешен 20 йыл буйы күҙәткәндән һуң яһаған.