Сәләмәт булайыҡ
11 Май 2021, 14:00

Арыҫландың ата-әсәһе ниндәй шатлыҡ кисерә?

Биш айлыҡ сабыйға дарыу урынына яңылыш марганцовка эсереү сәбәпле ғаиләгә ҙур бәлә килгәйне...

Ниһайәт, барыбыҙ өсөн дә яҡшы танышҡа әүерелгән бер йәшлек Арыҫландың ата-әсәһе Израилгә барыу өсөн рөхсәт алды. Республика халҡы сабыйға операция яһатыуға берҙәм рәүештә ете миллион һумдан ашыу аҡса йыйҙы.
"Беҙ был көндө түҙемһеҙлек менән көттөк. Бөгөн Израилгә сығырға рөхсәт алдыҡ", - тип шатлыҡтары менән бүлешә Арыҫландың яҡындары социаль селтәрҙә.
Был күңелһеҙ ваҡиғаны Башҡортостан халҡы яҡшы хәтерләй. Бына нисәмә ай буйы сабыйҙың хәлен күҙәтәбеҙ, һаулығы өсөн борсолабыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, биш айлыҡ балаға дарыу урынына яңылыш марганцовка эсереп, малай бәләгә тарығайны. Тумбочка өҫтөндәге дарыу менән марганцовканы ҡараңғыла абайлап ҡарамау сәбәпле баланың ауыҙ ҡыуышлығындағы лайлалы тиресә, тамағы бешкән, уға операция яһарға тура килгән. Малай тын алһын өсөн табиптар трахеостома ҡуя. Аҙаҡ Израилдә операция яһатыу өсөн кеше бәләһенә битараф булмағандар Арыҫлан исеменә аҡса күсерә башлай. Тик пандемия был ниәтте ошоғаса тотҡарлап килде. Ниһайәт, рөхсәт алынды! Арыҫланға һәм уның ата-әсәһенә уңышлы сәфәр теләйбеҙ!
Фото: ”Горобзор”.
Читайте нас