Сәләмәт булайыҡ
11 Май 2021, 05:15

Балалар баҡсаһындағы сығарылыш кисәләренә индерерҙәрме?

Ҡайһы ата-әсәсәләр шарттарҙы үтәйәсәк, улар инәсәк.

Оҙаҡламай балалар баҡсаларында сығарылыш кисәләре башлана. Әлеге ваҡытта донъяла һаман коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр бөтмәгән. Ә ата-әсәләр балалары тормошондағы мөһим ваҡиғала ҡатнашырға теләк белдерә.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо мәсьәлә күтәрелде. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин проблеманы нисек хәл итәбеҙ тигән һорау ҡуйҙы.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин илдәге эпидемологик хәлгә ҡарап, ата-әсәләрҙе байрамға билдәле бер шарттарҙы үтәгән осраҡта индерергә тәҡдим итте.
– Мин шундай тәҡдим индерәм: ата-әсәләрҙе был сараларға прививка эшләткән осраҡта индерәйек. Кәмендә беренсе компонент, тулыһынса эшләнеп бөтһә тағы ла яҡшыраҡ. Шулай уҡ әгәр кеше сирҙе үткәреп, антиесемдәре титры юғары икән, улар ҙа инә аласаҡ, – тине министр.
Радий Хәбиров Юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға тейешле үҙгәрештәр әҙерләргә ҡушты.
Фото: almode.ru
Читайте нас