Сәләмәт булайыҡ
11 Май 2021, 09:30

Дәүләт башлығы күрһәтмәләре теүәл үтәлергә тейеш

Улар йортҡа тиклем бушлай газ үткәреү, халыҡтың сәләмәтлеге мәсьәләләренә арнала

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу эшен әүҙемләштерергә ҡушты.
Радий Хәбиров белдереүенсә, дәүләт башлығы күрһәтмәләренең береһе 2023 йылға тиклем газ үткән ауылдарҙағы йорттарға бушлай газ үткәреүгә ҡағыла. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республикала льготаларға хоҡуғы булған граждандарға йорттарын газ селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн 60 һәм 100 мең һумлыҡ сертификат биргән программа ғәмәлдә.
– Бәлки беҙҙең программа буйынса льготниктар һанын арттыра алырбыҙ һәм унда бюджет аҡсаһын ҡуша аласаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Икенсе күрһәтмә вице-премьер - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға бирелде. Уға тәрәнәйтелгән медицина профилактик тикшеренеүҙәре һәм халыҡты диспансерлаштырыу мәсьәләһенә ныҡлы иғтибар итергә ҡушылды. Дәүләт башлығы күрһәтмәләре араһында йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкосирҙәрҙән үлеү осраҡтарын кәметеүгә арналған пункттар ҙа бар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас