Сәләмәт булайыҡ
11 Май 2021, 11:00

“Дарыу” эргәбеҙҙә генә...

Сөгөлдөрҙө даими ашаһағыҙ, ҡанда тимер етешмәүен тулыландыра аласаҡһығыҙ

Ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуын барығыҙ ҙа беләме икән? Өҫтәүенә ул тәмле, сөгөлдөрҙән салат яһап та, бешереп тә ашап була. Тамыр аҙыҡтағы В төркөмө витаминдары йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системаһы сирҙәрен иҫкәртеүҙә алыштырғыһыҙ, уны даими ашаһағыҙ, ҡанда тимер етешмәүен тулыландыра аласаҡһығыҙ.
Матдәләр алмашыныуы, гормондар системалары боҙолоуы менән бәйле сирҙәрҙә сөгөлдөр яҡшы ярҙамсы булып тора. Фолий кислотаһы нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә, айырыуса йөклөлөк осоронда файҙалы. Ә бетаин бауыр эшмәкәрлегенә яҡшы йоғонто яһай, һимереүҙән һәм гипертониянан бына тигән иҫкәртеү сараһы булып тора. Бешкән сөгөлдөрҙөң гликемия индексы (аҙыҡтың ҡандағы глюкоза кимәленә йоғонто яһау күрһәткесе) ике тапҡырға арта, шунлыҡтан ашҡаҙан һуты әселеге юғары булғандарға һәм шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә уны ашауҙы сикләргә кәрәк.
Фото:Mrfilin.com
Читайте нас