Сәләмәт булайыҡ
11 Май 2021, 05:30

Хәлдәр тотороҡло кеүек...

Тик коронавирусҡа бәйле мәсьәләлә уяулыҡты юғалтырға ярамай

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һәр ваҡыттағыса коронавирус мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленде. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы.
Дөйөм алғанда, хәлдәр тотороҡло. Һуңғы тәүлектә был сирҙе 91 кеше йоҡторған. Дөйөм алғанда, республикала 36307 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылды.
Бөгөн дауаханаларҙа 163 кеше коронавирус менән сирләй. Биш кешенең хәле ауыр, улар интенсив терапия бүлексәһендә дауалана. Һауыҡҡан кешеләр яңы сирләй башлағандарға ҡарағанда күберәк, үткән тәүлектә 96 пациент өйөнә ҡайтарылған, дөйөм алғанда 93 процент һауыҡҡан.
Бөгөн коронавирус менән сирләгәндәр өсөн 1523 урын бар. Уларҙың 63 проценты буш. Бөтәһе лә дарыуҙар, кислород һәм шәхси яҡланыу саралары менән тәьмин ителгән.
Вакцинация буйынса һандар шундай: 11 майға ҡарата прививканың беренсе һәм икенсе компонентын 201 мең кеше һалдырған. Бөтәһе республикала 367 мең доза вакцина килтерелгән. 292852 кеше беренсе компонент менән вакцинация үткән.
Фото: imag.one
Читайте нас