Һуңғы биш йылда Башҡортостанда шәфҡәт туташтары өсөн вакансиялар ете тапҡырға артҡан. Ә эш хаҡы 2017 йылдағы 20,3 мең һумдан быйыл 28 мең һумға тиклем күтәрелгән. Бындай һандарҙы шәфҡәт туташтарының һөнәри байрам көнөндә hh.ru хеҙмәткәрҙәре килтергән.
Рәсәйҙә биш йыл дауамында шәфҡәт туташтары өсөн вакансиялар һаны алты тапҡырға артҡан. 2017 йылдың апрелендә 1,1 мең яңы эш урыны асылһа, 2019 йылда - 2,2 мең, 2020 йылда 5,6 мең эш урыны асылды.
Шуның менән бергә Рәсәйҙә шәфҡәт туташтарының уртаса эш хаҡы артыуын дауам итте. 2017 йылдың апрелендә уртаса эш хаҡы 27, 8 мең һум тәшкил итһә, быйыл ул илдә 39 мең һумға етте. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала бөгөн 39 меңдән ашыу уртаса медицина хеҙмәткәре эшләй. Беҙ уларҙы һөнәри байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!